Иммунология институты ғалимдары организмдың иммун системаһына файҙалы йоғонто яһай торған ризыҡтарҙы атаны. Улар исемлегенә помидор ингән. Помидорҙа каротин күләме күп һәм ул антиоксидант ролен уйнай. Исемлеккә банан да индерелгән. Ул В6 витаминына бик бай. Был ингредиент тире һәм бөйөр яман шешенең үҫешенә ҡамасаулай, шулай ук бөйөр таштары барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Артабан исемлектә прополис килә. Ул мускулдарҙың үҫеүенә ярҙам итә һәм ялҡынһыныуға ҡаршы һәм ауыртыуҙан арындырыусы эффектҡа эйә. Бынан тыш, прополис – көслө тәбиғи иммуностимулятор, сөнки ул вирустарҙы һәм бактерияларҙы юҡ итеү һәләтен яҡшырта, иммун системаһы балансын һаҡлай. Иммун системаһын нығытыу өсөн ғалимдар бәшмәк һәм папайя өҫтәргә кәңәш итә.