Бөтә яңылыҡтар

Скандинавия йөрөшө аша сәләмәтлектәрен нығыталар

#2021 йыл_Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы #Айыҡ_ауылБайтаҡтан бирле район, ҡалаларға йомош менән сәфәр сыҡҡанда, юл буйында йә иһә баҫыу сите буйлап ҡулдарына таяҡ тотоп шәп тиҙлектә атлап барыусы апайҙарҙы ҡарап һоҡлана торған инем. "Бына бит,хаҡлы ялға сыҡҡас рәхәтләнеп саф һауа еҫкәп, ҡоштар һайрауын тыңлап, тәбиғәткә һоҡланырға ваҡыттары бар", - тип. Баҡһаң, скандинавия йөрөшөнә, теләгең булып, һаулығыңды һаҡлайым тиһәң, бер ҙә хаҡлы ялға сығыу ғына кәрәкмәй икән, һәр нимәгә лә сама менән ваҡытыңды ғына бүлеү кәрәк икән.

2021 йыл_Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы
Байтаҡтан бирле район, ҡалаларға йомош менән сәфәр сыҡҡанда, юл буйында йә иһә баҫыу сите буйлап ҡулдарына таяҡ тотоп шәп тиҙлектә атлап барыусы апайҙарҙы ҡарап һоҡлана торған инем. "Бына бит,хаҡлы ялға сыҡҡас рәхәтләнеп саф һауа еҫкәп, ҡоштар һайрауын тыңлап, тәбиғәткә һоҡланырға ваҡыттары бар", - тип. Баҡһаң, скандинавия йөрөшөнә, теләгең булып, һаулығыңды һаҡлайым тиһәң, бер ҙә хаҡлы ялға сығыу ғына кәрәкмәй икән, һәр нимәгә лә сама менән ваҡытыңды ғына бүлеү кәрәк икән. Мин дә, таяҡтарымды алдым да, бер көн кис урамға сыҡтым. Сыҡһам, байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошо йөрөш менән йөрөүҙәренә һоҡланып алдым. Һәр урамда ошо йөрөш менән йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар киске ваҡытты һайлағандар: мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ҡаралған, ирҙәре, бала-сағалары менән табын артында киске аш ашалған. Унан һуң улар киске күнегеүҙәргә йыйылған. Төркөм булдырыуҙың маҡсаты - йыйылып һөйләшеү, ваҡытты файҙалы уҙғарыу булһа ла,төп маҡсаттары, әлбиттә, - Скандинавия йөрөшө аша сәләмәтлектәрен нығытыу. Иртәгә, Иҙәш ауылында, уларҙың сафы тағын да артырға мөмкин. Сөнки, улар дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше алып барыусыларҙы үҙҙәренә эйәртергә һәләтле.
Зифа Ишмырҙина.
Читайте нас: