Бөтә яңылыҡтар

ИНЖИРҘЫҢ ФАЙҘАҺЫ

Яҙғы авитаминоз кеше организмына насар тәьҫир итеүсән. Был хәлдән ҡотолоуҙың бер юлы – тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған йәшелсә-емеш менән туҡланыу. Етмәһә уларҙың күбеһе сирҙәрҙе иҫкәртеп кенә ҡалмай, дауалай ҙа. Мәҫәлән, инжир.

Составында ҡандың составын көйләп, уға ҡуйырырға ирек бирмәй торған эфир майҙары булғанға, инжирҙы икенсе төрлө аспирин тип тә атайҙар.
Ай дауамында һәр көндө берәр инжир ашаһағыҙ, дарыуҙы эсергә лә кәрәкмәй. Дауаланыу курсын бер айҙан ҡабатлағыҙ.
Температура юғары булғанда, ангина, бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу һалып, ун минут һүрән утта ҡайнаталар. Һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсәләр. Хәлһеҙлек, арығанлыҡ һиҙелгәндә, бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсегеҙ.
Инжир баш мейе эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Бутерброд урынына инжирҙан яһалған салат ашаһағыҙ, йөрәгегеҙ ҙә яҡшы эшләр.
Салат өсөн 300 гр инжир, 150 гр ҡара емеш, 2,5 аш ҡалағы миндаль сәтләүеге, бер стакан кефир, бер әфлисун ҡабығы кәрәк була.
Инжир менән ҡара емеште, сәтләүекте ваҡлап турайбыҙ, ҡырғыста ҡырылған әфлисун ҡабығы менән кефир һалабыҙ ҙа болғатабыҙ. Шәкәр ҡушырға кәрәкмәй.
Читайте нас: