Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Тиктомалға башығыҙ ауыртып китһә, дарыуға үрелергә ашыҡмағыҙ. Организмдағы һиҙгер нөктәләр серен белеүселәр шуларҙы кәңәш итә:Ҡулығыҙҙың баш бармағын һуҡ бармаҡтан айырығыҙ һәм, уларҙың ус тапҡырындағы аралығын ҡапшап, һиҙгер нөктәне эҙләгеҙ. Ул урын бармаҡ осо менән баҫҡан саҡта ауыртырға тейеш. Нөктә табылғас, уға ныҡ итеп баҫып, 1,5-2 минут буйы ыуығыҙ. Массажды икенсе ҡулға ла яһағыҙ.Һул ҡул суғының эске яғынан ике бармаҡ аҫтараҡ нөктә билдәләгеҙ ҙә, бармаҡ осон саҡ ҡына уңғараҡ күсереп, һиҙгер нөктәне табығыҙ. Уға бер минут буйы баҫып-баҫып алығыҙ. Быны икенсе ҡулда ла ҡабатлағыҙ.3. Елкәнең соҡорло урынында ла һиҙгер нөктәләр бар. Уларға еңелсә ауырттырғансы баҫып, бармаҡ осо менән түңәрәк хәрәкәт яһағыҙ.

Тиктомалға башығыҙ ауыртып китһә, дарыуға үрелергә ашыҡмағыҙ. Организмдағы һиҙгер нөктәләр серен белеүселәр шуларҙы кәңәш итә:
  1. Ҡулығыҙҙың баш бармағын һуҡ бармаҡтан айырығыҙ һәм, уларҙың ус тапҡырындағы аралығын ҡапшап, һиҙгер нөктәне эҙләгеҙ. Ул урын бармаҡ осо менән баҫҡан саҡта ауыртырға тейеш. Нөктә табылғас, уға ныҡ итеп баҫып, 1,5-2 минут буйы ыуығыҙ. Массажды икенсе ҡулға ла яһағыҙ.
  2. Һул ҡул суғының эске яғынан ике бармаҡ аҫтараҡ нөктә билдәләгеҙ ҙә, бармаҡ осон саҡ ҡына уңғараҡ күсереп, һиҙгер нөктәне табығыҙ. Уға бер минут буйы баҫып-баҫып алығыҙ. Быны икенсе ҡулда ла ҡабатлағыҙ.
  3. 3. Елкәнең соҡорло урынында ла һиҙгер нөктәләр бар. Уларға еңелсә ауырттырғансы баҫып, бармаҡ осо менән түңәрәк хәрәкәт яһағыҙ.
    Читайте нас: