Ә һеҙ бөгөн Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө билдәләнгәнен беләһегеҙме? Был - Бөтә донъя стоматологтар федерацияһы тарафынан тәҡдим ителгән көн 2008 йылдан алып билдәләнә. Бөгөн Рәсәйҙә ошо уңайҙан "Йылмайыуың менән ғорурлан!" акцияһы үтә. Уның маҡсаты - халыҡты тештәр сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға әйҙәү, стоматологик сирҙәрҙе кәметеү. Юғиһә, теш һыҙлауҙың нимә икәнен белмәүселәр юҡтыр ҙа...
Төркөмдәштәр, әйҙәгеҙ ошо дата менән файҙаланып, фекер алышайыҡ әле. Һеҙҙең теш табибында булғанығыҙ бармы? Тикшерелергә даими йөрөйһөгөҙмө, әллә ҡурҡып, иң һуңғы сиктә - һурҙырырға ғына бараһығыҙмы?