Туҡтатайыҡ!

Туберкулез – донъяла киң таралған йоғошло сир. Төрлө микобактериялар тәьҫире менән ул кешеләрҙә лә, хайуандарҙа ла була һәм башлыса үпкәне зарарлай. Сир йоҡҡандан һуң симптомһыҙ, йәшерен формала була. Әммә һәр 10 осраҡтың береһендә ул әүҙем формаға әйләнә.

Туберкулез – донъяла киң таралған йоғошло сир. Төрлө микобактериялар тәьҫире менән ул кешеләрҙә лә, хайуандарҙа ла була һәм башлыса үпкәне зарарлай. Сир йоҡҡандан һуң симптомһыҙ, йәшерен формала була. Әммә һәр 10 осраҡтың береһендә ул әүҙем формаға әйләнә.
Үпкә туберкулезының классик формаһы оҙайлы ҡаҡырыҡлы йүтәл күҙәтелеүе (һуңғыраҡ стадияһында – ҡанлы), тән температураһының 37,0-37,9 градус тороуы, биҙгәк, хәлһеҙлек, йоҡлағанда тирләү, аппетит юғалыуы һөҙөмтәһендә ябығыу кеүек билдәләр менән оҙатылып бара. Башланғыс стадияла тән температураһы күтәрелгәндә кеше үҙен көсө артҡандай тойорға мөмкин. Был алдатҡыс тойғо, тиҙ арала уның хәле бөтә, арый.
Сирле кеше һаҡланыу гигиенаһы талаптарын үтәмәһә, эргәһендәгеләр өсөн инфекция сығанағы булыуы мөмкин. Микобактерия һауа-тамсы юлы менән һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә тарала. Туберкулез ҡуҙғытҡыстары кеше организмына һулыш алғанда һауалағы туберкулез таяҡсалары аша эләгә. Ябыҡ формалағы туберкулез менән сирлеләр тирә-яғындағылар өсөн эпидемиологик хәүеф тыуҙырмай.
Туберкулез зарарланған орган һәм системаны флюорография, ренгенография һәм компьютер томографияһы үткәреү, биологик материалды микробиологик тикшереү һәм тирелә туберкулин проба (Манту реакцияһы) эшләү юлы менән диагнозлана. Флюорография – был сирҙе асыҡлауҙың иң ябай ысулы, шуға ла был тикшереүҙе йыл һайын үтергә кәрәк.
Сирҙе дауалау бик ауыр һәм оҙайлы: дарыуҙарҙы 6 ай дауамында эсергә кәрәк. Сирле менән бәйләнештә булғандар рентген йәки Манту реакцияһы буйынса тикшерелеп, туберкулезға ҡаршы препараттар менән иҫкәртеү дауаланыуы үтә.
Ер йөҙөндәге һәр өсөнсө кеше туберкулез йоҡторған һәм секунд һайын инфекцияның яңы осрағы барлыҡҡа килә тигән фекер бар. Йыл һайын тотош донъя буйынса туберкулез менән сирләүселәр һаны әллә ни үҙгәрмәй, сөнки халыҡ артыуы сәбәпле, тағы ла яңы осраҡтар теркәлә.
Бөгөн БЦЖ вакцинаһы эшләү – туберкулезды иҫкәртеүҙең төп нигеҙе булып тора. «Иҫкәртеү прививкаларының милли календары»на ярашлы, был прививканы бала табыу йортонда, ҡаршылыҡтар булмаһа, сабый тыуғандың 3-7 көнөндә эшләйҙәр. 7 йәштә Манту реакцияһы кире булған осраҡта, ҡаршылыҡтар булмаһа, ревакцинация үткәрәләр.
Республика буйынса алғанда, ¤фө ҡалаһы буйынса туберкулез менән сирләүселәр күрһәткесе юғары. Был ҙур ҡаланың эпидемик үҙенсәлегенә, йәғни туберкулез сығанағының шартлы концентрацияһына, ҡала эсендә халыҡтың юғары хәрәкәтсәнлегенә һ.б. бәйле. Беҙҙең районда туберкулез менән сирләүселәр һаны республика күрһәткестәренән түбән.
Һ. Яубаҫаров, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы табип-фтизиатры, юғары категориялы табип.
Ә һеҙ беләһегеҙме?
Туберкулез менән көрәш көнө Аҡ сәскә көнө тип тә атала. Уның тарихы 1908 йылғы Швецияға барып тоташа. Туберкулез менән сирлеләргә теләктәшлек белдереү маҡсатынан туберкулезды дауалау өсөн ҡулланылған «тәбиғи антибиотик» – аҡ сәскәнең яһалмаларын эшләпәгә, түштәренә ҡаҙағандар. Был сәскәләрҙе һатыуҙан алынған килем сирлеләргә ярҙам өсөн тотонолған.
Читайте нас