Яҙғы бөрөләр көсө

Организмды нығытыу өсөнСирен бөрөләре бик яҡшы тәьҫир яһай. Шәкәр диабетына ҡаршы яҡшы сара. Уларҙа һығылмалыҡ һәм ныҡлыҡ биргән матдәләр, тағы ла биофлавоноидтар бар. Әгәр бер нисә сирен бөрөһөн өҙөп алып сәйнәһәң, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ.Тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

Организмды нығытыу өсөн
  1. Сирен бөрөләре бик яҡшы тәьҫир яһай. Шәкәр диабетына ҡаршы яҡшы сара. Уларҙа һығылмалыҡ һәм ныҡлыҡ биргән матдәләр, тағы ла биофлавоноидтар бар. Әгәр бер нисә сирен бөрөһөн өҙөп алып сәйнәһәң, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ.
  2. Ҡайын бөрөләре бик яҡшы фитотерапия сараһы булып тора. Улар ашҡаҙан, быуындар, яман шеш ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылған бик күп үләндәр йыйылмаһына инә.
  3. Сейә бөрөләре ҡалҡан биҙен дауалай. Әгәр баҡсағыҙҙа сейә үҫә икән, ваҡыт-ваҡыты менән инеп бер-ике бөрө алып ҡабырға онотмағыҙ.
  4. Ылыҫлыларҙың бөрөһөн бөтә бронх-үпкә ауырыуҙарында файҙалы.
    Балалар өсөн бәләкәй ҡарағай тубырсыҡтарынан, бөрөләренән ҡайнатма әҙерләргә була. Уларҙың өҫтөнә шәкәрҙән әҙерләнгән сироп ҡойорға һәм ҡайнатып сығарырға. Балаларға оҡшаясаҡ. Бындай ҡайнатма йүткереүҙе лә дауалай.
  5. Ғәҙәти булмаған рецептарҙың береһе.
    Яҙын алма ботаҡтарын киҫәбеҙ һәм ташлайбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙан файҙалы дауа эшләп була икән. Бының өсөн бәләкәй ботаҡтары менән бөрөләрҙе йыйып берәй һауытҡа һалырға, өҫтөнә май һалырға һәм ҡайнатып сығарғас, әҙерәк бешкәкләп алырға. Артабан һөҙәһең һәм бик шәп мазь килеп сыға. Уны баш ауыртҡанда – сикәгә, балаларға – әгәр насар һөйләшһәләр йәки ныҡ ҡурҡыу тойғоһо кисергәндә һөртөргә була.
    Мазь өсөн 100 гр бөрөгә 200 гр һыйыр майы алырға.
  6. Тирәктең бөрөләре бигерәк тә файҙалыларҙан һанала. Улар прополис кеүек һөҙөмтә бирә һәм бик күп ирҙәр ауырыуын дауалай (атап әйткәндә, простатитты). 100 гр бөрөнө бәләкәй ботаҡтары менән 14 көнгә араҡы ҡойоп ултыртырға, һуңынан көнөнә 10-15 тамсылап ҡына эсергә.
  7. Ҡан тамырҙары өсөн гөлйемеш, энәлек (еҙәй), ҡара миләш бөрөләре файҙалы. Әлбиттә, был беҙ ағасҡа барабыҙ һәм ҡуян кеүек бөтә бөрөләрен дә ашайбыҙ тигән һүҙ түгел. Ике-өстө ҡапһаҡ та етә. Был бөрө күҙ дефекттары булғандарға ла файҙалы.
  8. Яҙын ҡарағат ботаҡтарын ҡырҡҡылайбыҙ бит инде, ә ул аллергияға ҡаршы яҡшы сара. Ул организмдың бөтә ағзаларын да тәртипкә килтерә.
  9. Бөрөләрҙе сәйнәһәң дә ярай, сәй итеп эсһәң дә була. Улар һыуға файҙалы матдәләрен бирер өлгөрһөн өсөн, биш минут тотһаң да етә.
  10. Саф һауала йөрөгәндә төрлө ағастарҙың бер-нисә бөрөһөн алып ашағыҙ. Улар организмға тик ыңғай йоғонто ғына яһаясаҡ. Иң мөһиме – артыҡ мауыҡмаҫҡа һәм, әгәр ҙә һеҙ ауырымайһығыҙ икән, береһенә генә баҫым яһамағыҙ.
  11. Читайте нас