Мең дә бер кәңәш

Организмды таҙартыу ысулдары

Организмды таҙартыу ысулдары
Алма. Мәҫәлән, алма ярҙамында эсәклекте таҙартырға мөмкин. Бының өсөн көн һайын ай буйына ас ҡарынға ҡырылған 2-3 алма ашарға кәрәк. Икенсе айҙа – көн аша. Ә иртәнге ашты алманан һуң өс сәғәт үткәс кенә ашарға була. Был диета тиҙәк таштарын да бик һәйбәт сығара.
Дөгө. Һеҙгә нисә йәш – шунса ҡалаҡ түңәрәк дөгө алабыҙ. Яҡшылап йыуып, банкаға һалабыҙ, ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, ҡапҡас ябабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәнсәк һыуын түгеп, өймәләмә тулы 1 ҡалаҡ дөгө алып, тоҙ һалмайынса 3-4 минут бешерәбеҙ һәм ас ҡарынға ашайбыҙ (иртәнге сәғәт 7-7.30 тирәһендә). Ҡалған дөгөгә йәнә ҡайнатып һыуытылған һыу ҡоябыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Дөгө бөткәнгә ҡәҙәр иртәнсәк һайын шулай эшләйбеҙ.
Был таҙартыу ысулының сере шунда: дөгө кристаллик структураға эйә. Уны ебеткәндә, крахмалы йыуылып, дөгө бөртөгөндә күҙәнәктәр/ячейка барлыҡҡа килә. Дөгө бутҡаһы ашҡаҙанда түгел, эсәклектә эшкәртелеп, адсорбент кеүек тәьҫир итә.
Дауаланыу курсынан һуң үҙегеҙҙе һау-сәләмәтерәк, йәшерәк тойорһоғоҙ. Тик бер шарт бар: дөгө бутҡаһынан һуң кәмендә өс сәғәт бер ни ҙә ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә кәрәк. Ошондай туҡланыуҙан һуң билегеҙҙең ауыртыуы бөтөр, муйынығыҙ шытырламай ҡалыр.
Читайте нас