Ҡушылманы әҙерләү өсөн ҡапҡаслы быяла һауыт (ҡушылма һыйырҙай) алып, 3-4 теш һарымһаҡты ваҡлап турарға ла, 3-5 бәләкәй һауыт йод менән бутарға. Ныҡлап болғағас, бер аҙнаға төнәтергә ултыртабыҙ.
Әҙер төнәтмәне һыҙлаған ерҙәрегеҙгә (тубыҡ, быуындар һ.б.) һөртөгөҙ. Был ҡушылма ауыртыуҙы ғына баҫмай, күгәргәнде тиҙ бөтөрә, ҙур булмаған яраларҙы ла бөтәштерә.
Сәләмәт булығыҙ! Һәм, әлбитт, табиптарға мөрәжәғәт итергә онотмағыҙ!