Мең дә бер кәңәш

Яҙын балаларҙың сәләмәтлегенә айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә. Берҙән, тышта алдаусан һауа – һалҡын тейергә мөмкин, икенсенән, авитаминоз. Ҡиммәтле дарыу-витаминдар урынына өй шарттарында сәләмәтлекте нығыта торған витаминлы эсемлектәр яһарға мөмкин:

Гөлйемеш төнәтмәһе
Бында беренсе урынды, һис шикһеҙ, гөлйемеш төнәтмәһе алып тора. Унда С витамины цитрустарға ҡарағанда 80 тапҡырға күберәк, тиҙәр белгестәр.
1 аш ҡалағы кипкән гөлйемеш еләген иҙеп, термосҡа һалырға һәм өҫтөнә 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнгә ҡалдырырға. Барлыҡ витаминдар һәм файҙалы матдәләр һыуға сығасаҡ һәм әлеге ысул менән әҙерләгәндә үҙенсәлектәрен юғалтмаясаҡ. Иртән сәй урынына балаға ошо эсемлекте тәҡдим итегеҙ. Тәмлерәк булһын өсөн бер аҙ шәкәр йәки бал ҡушырға була.
Шундай уҡ ысул менән тағы бер файҙалы эсемлек – гөлйемеш менән миләштән төнәтмә яһарға мөмкин.
Мүк еләге морсы
Мүк еләге элек-электән һалҡын тейеп ауырыуҙан һаҡлай торған тылсымлы еләк булып һанала. Уның морсы ла бик файҙалы.
Морсты әҙерләү өсөн еләкте ағас ҡалаҡ менән һытып, һыуын һығырға кәрәк. Еләк ҡабығы өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып, 10-15 минут ҡайнатып алырға. Уны һөҙөргә, һыуытырға, еләктең һутын ҡушып, тәменсә шәкәр ҡомо йәки бал һалырға. Сәләмәтлек эсемлеге әҙер.
Читайте нас