Башың эшләһен тиһәң, мейене гел сарлап торорға кәрәк. Бының өсөн ябай күнегеүҙәр ярҙам итер.
Теш таҙартыуҙы, кейемдәге төймәне эләктереүҙе, клавиатурала хәрефтәр йыйыуҙы ваҡыт-ваҡыт һул ҡул менән башҡарығыҙ. Һулаҡайҙар, киреһенсә, уң ҡулды эшкә екһен. Шулай итеп, уң яҡ ярымшар хәрәкәткә килеп, ижади һәләтегеҙ артыр. Көн һайын 2-3 минут дауамында ауыҙ эсен һыу менән сайҡау мейегә массаж яһаған кеүек тәьҫир итә. Уйлау, фекер йөрөтөү әүҙемләшә. Фатирығыҙҙа йәки йортоғоҙҙа бер нисә минут күҙҙе йомған килеш йөрөһәгеҙ, баш мейеһенең «ҡатып ҡалған» өлөшө лә эшләйәсәк. Йөҙ-ҡиәфәтегеҙҙе, кейенеү рәүешен үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Үҙгәргән һайын башҡа яңы идеялар киләсәк, тимәк, мейе лә эшләй. Эшкә барғанда гел бер үк юлды һайламағыҙ. Йыллыҡ ялды ла төрлө урында үткәрергә тырышығыҙ. Шулай иткәндә хәтер үткерләнәсәк. Мейенең хәтер өсөн яуап биреүсе өлөшө ҙурайып киткәндәй була. Фатирығыҙға үҙгәрештәр индерегеҙ, эш өҫтәлендәге әйберҙәрҙең аҙна һайын урынын үҙгәртегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарға ризыҡ бешереүҙе төрләндереү ҙә хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итәсәк. «Хәлдәр нисек?» кеүек көн дә ҡабатлана торған һорауҙарға ғәҙәти булмаған яуаптар бирергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, бер танышым «ҡарбуз кеүек» тип яуапланы, «ҡорһаҡ үҫә, ҡойроҡ ҡыҫҡара», йәнәһе. Күңелегеҙгә оҡшаған мәҙәктәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ. Бик ҡыҙыҡтарын таныштарығыҙға һөйләп кәйефтәрен күтәрегеҙ. Был осраҡта мәғлүмәт ҡабул итеүсе, һөйләм менән бәйле һул яҡтағы сикә өлөшөндәге мейе күҙәнәктәре хәрәкәткә килә. Сикә тирәһен ҡул бармаҡтары менән бер нисә минут ыуғылап тороу баш мейеһендәге ҡан йөрөшөн тиҙләтә һәм хәтерҙе яҡшырта. Хәтерҙе сарлау өсөн көнөнә берҙе булһа ла миндаль