Ковидтан вакцина – тормош талабы

Коронавирустан вакцина яһатыу һәм уның эҙемтәһенә ҡарата төрлө кеше төрлөсә фекер йөрөтә. Ә бына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Нәркәс Ҡылысбаева прививка кампанияһын көтөп алған.

Коронавирустан вакцина яһатыу һәм уның эҙемтәһенә ҡарата төрлө кеше төрлөсә фекер йөрөтә. Ә бына Халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Нәркәс Ҡылысбаева прививка кампанияһын көтөп алған.
– Төрлө дәүерҙең кешелеккә ниндәй ҙә булһа сир ебәреп, уларҙың барыһын да тик прививка эшләтеп кенә еңгәндәре билдәле. Шуға күрә бөгөн үҙемде генә түгел, ғаиләмде, туғандарымды, коллективымды коронавирустан һаҡлау өсөн үҙ теләгем менән вакцина эшләттем. Иң башта Дәүләт хеҙмәттәре аша вакциналаныуға яҙылдым. Дауаханаға килгәс ҡан баҫымын, тән температураһын тикшерҙеләр Анкета тултырҙым, минең менән әңгәмәләшеү үткәрҙеләр. Вакцина һалдырғас ярты сәғәт тотоп, шунан ғына ҡайтарҙылар. 21 майҙа препараттың икенсе өлөшөн һалдырасаҡмын, – ти Нәркәс Фәтих ҡыҙы. – Ковидты вакцина һалдырыу һәм һаҡланыу сараларын күҙәткән осраҡта ғына еңергә була. Сентябрҙә уҙасаҡ Халыҡ иҫәбен алыу сараһында ҡатнашасаҡ иҫәпселәр ҙә мотлаҡ прививка яһатасаҡ. Сөнки беҙҙең эшебеҙ кешеләр менән аралашыуға бәйле. Беҙ мөмкин тиклем һаҡлыҡ сараларын ҡулланырға тейешбеҙ.
А.Ҡылысбаева.
Читайте нас