Балаларыбыҙға мопед алып биреп, үҙебеҙ уларҙы хәүеф аҫтына ҡуябыҙ түгелме?

Әленән-әле юл-транспорт ваҡиғалары тураһында яңылыҡтар киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылып ҡына тора.

Әленән-әле юл-транспорт ваҡиғалары тураһында яңылыҡтар киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылып ҡына тора.
11 майҙа Өфө ҡалаһының Калинин районында "ВАЗ-2114” автомобиле менән мопед бәрелешә. Мопедтың рулендә булған 13 йәшлек бала һәм уның 14 йәшлек пассажиры әле ауыр хәлдә Өфөләге дауаханала ята.
Еңел автомобиль менән идара иткән 43 йәшлек ир водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Уға административ протокол төҙөлгән. Һуңыраҡ уның был юлы ла эскән булыуы асыҡланған, алкотектер приборы 0,986 мг/л. күрһәткән.
Балаларҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ!
Читайте нас