Булған уңайлыҡтарҙы ҡулланһаң ине лә ул

Дауаханаға һәр кемде сәләмәтлегенә бәйле ниндәй ҙә булһа мәшәҡәт алып килә. Мин дә шулай аяғымды ауырттырып, табипҡа юлландым. Сатанлай-сатанлай барып, регистратуранан картаны алып, лифтҡа юлландым һәм... Төймәгә күпме баҫһам да, ишек асылманы. Сатанлап, хирургҡа 3-сө ҡатҡа менеп еттем. Табип ҡарағас, рентген төшөрөргә 4-се ҡатҡа ебәрҙе. Юлда иһә улы оҙатыуында саҡ атлаған бик оло йәштәге инәйҙе, ҡултыҡ таяҡтары таянған ханымды ла осратырға тура килде. Лифт эшләмәүгә бөгөн, үҙе башыма төшкәс кенә иғтибар иттем. Ул бөтөнләй эшләйме икән?

Дауаханаға һәр кемде сәләмәтлегенә бәйле ниндәй ҙә булһа мәшәҡәт алып килә. Мин дә шулай аяғымды ауырттырып, табипҡа юлландым. Сатанлай-сатанлай барып, регистратуранан картаны алып, лифтҡа юлландым һәм... Төймәгә күпме баҫһам да, ишек асылманы. Сатанлап, хирургҡа 3-сө ҡатҡа менеп еттем. Табип ҡарағас, рентген төшөрөргә 4-се ҡатҡа ебәрҙе. Юлда иһә улы оҙатыуында саҡ атлаған бик оло йәштәге инәйҙе, ҡултыҡ таяҡтары таянған ханымды ла осратырға тура килде.
Лифт эшләмәүгә бөгөн, үҙе башыма төшкәс кенә иғтибар иттем. Ул бөтөнләй эшләйме икән?
Читайте нас