Һөйәл сығып йонсотһа

Йәйгелектә аяҡ-ҡулға һөйәл сығыусан. Ул төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: бәрелә, ҡанай, ауырта. Һөйәлде ҡул аҫтындағы табиғи саралар менән бөтөрөү ысулдары бар. #файҙалы_кәңәш

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйгелектә аяҡ-ҡулға һөйәл сығыусан. Ул төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: бәрелә, ҡанай, ауырта. Һөйәлде ҡул аҫтындағы табиғи саралар менән бөтөрөү ысулдары бар.
  1. Һарымаҡ һуты менән сусҡа майын бергә бер ҡатнаштырып, һөйәлгә ябалар. Һарымhaҡ hутының үҙенең генә тирене яндырыуы ихтимал. Ошо уҡ һут биттәге һипкелдәрҙе бөтөрөргә лә ярҙам итер.
  2. Йәш картуфты турап, мейестә бешерелгән һуғанға ҡушып япҡан (10-12 көн) йәки бәпембә һутын һөртһәң дә, һөйәл бөтер.
  3. Һөйәлде эҫе һыуҙа ебетеп, ҡоротҡас, ылыҫлы ағастың яңы сайырын ябалар. Бер тәүлектән һуң сайырҙы алмаштыралар. Ул табандағы яҫы һөйәлдәрҙе бөтөрергә лә ярҙам итер.
  4. Ҡыҙыл миләште төйөп тә һөйәлгә ябалар.
  5. Сөгөлдөр һуты һөйәлдәрҙе төшөрөр.
  6. Һуҡыр кесерткәнде арпа оно менән бутап, быуҙа тотоп, яҫы һөйәлгә ябалар. Был шулай ук шештәрҙе лә ҡайтарыр.
  7. Һуған һутына тоҙ ҡушып, һөйәлгә бәйләйҙәр.
  8. 50 г усаҡ ҡайырыһын 100 мл 10 процентлы аш һеркәһенә һалып, һыулы һауытҡа ултырталар һәм 10-20 минут кайнаталар. Шуны һөйәлдәргә һөртөү яҡшы һөҙөмтәбирер.
  9. Тал ағасын яндырып, көлөн 33 процентлы аш һеркәһенә бутап, ҡуйы килеш һөйәлгә япһаң, ул һөйәлдө төшөрөр, ҡысытыуҙы баҫыр.
  10. Кейәү үләнен төйөп ябып та һөйәлде бөтөрөп була.