Зарарлы төтөн ҡоло булмайыҡ

31 май – Бөтә донъя тәмәкеһеҙ көнРәсәйҙә иң таралған насар ғәҙәт — тәмәке тартыу: ир-егеттәрҙең — 70, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15-20 проценты тарта. Был күренеш артабан да күҙәтелһә, бөгөнгө тәмәкеселәрҙең яртыһын үлем көтә.

31 май – Бөтә донъя тәмәкеһеҙ көн
Рәсәйҙә иң таралған насар ғәҙәт — тәмәке тартыу: ир-егеттәрҙең — 70, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15-20 проценты тарта. Был күренеш артабан да күҙәтелһә, бөгөнгө тәмәкеселәрҙең яртыһын үлем көтә.
Тәмәке төтөнөндә дүрт меңгә яҡын химик матдә булһа, шуларҙың 40-тан ашыуы яман шеш сире тыуҙырыуы мөмкин. Тәмәкенең иң зарарлы матдәһе — никотин. Ауыҙҙа ук организмға һеңеп, 7 секунд эсендә мейегә һәм башҡа ағзаларға, шул иҫәптән йөклө ҡатындарҙың бала ятҡылығына ла тарала. Никотин тәьҫирендә ҡан тамырҙары тарая. Тарайған ҡан тамырҙары аша ҡанды тейешле күләмдә ҡыуалау өсөн йөрәк көслөрәк һәм шәберәк эшләргә мәжбүр була. Йышыраҡ тибеү сәбәпле, йөрәк тиҙ туҙа, ҡартая. Ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәккә кислород килеүе кәмей. Аҙ ҡанлылыҡ, физик нагрузка ваҡытында тын ҡыҫылыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Тәмәке — йөрәкте шәберәк эшләргә ҡыуалаусы ҡамсы.
Тәмәке тартҡанда ҡандың тамырҙар эсендә ҡуйырыуы тромб барлыҡҡа килтерә. Йөрәк һәм баш мейеһе артериялары ҡапланыуы һөҙөмтәһендә гипертония, стенокардия, миокарда инфаркты һәм инсульт булыуы мөмкин. Миокарда инфаркты тәмәке тартыусыларҙа тартмаусыларға ҡарағанда 3 тапҡыр йышыраҡ күҙәтелә. Баш мейеһенең тамырҙары насарайыуы хәтергә, аң кимәленә йоғонто яһай, балалар мәктәптә өлгәшмәй башлай, күҙ боҙола. Организмға көсөргәнеш менән көрәшеүгә күп көс талап ителә. Ҡан тамырҙарының тарайыуы бөтә организдың ҡан менән насар тәьмин ителеүенән килә. Аяҡтарҙа гангрена башланыу ҡурҡынысы тыуа. Тәмәкесенең тарайған ҡан юлдары буйлап табандар эшмәкәрлеге өсөн ҡан кислородты тейешле кимәлдә еткермәй. Бармаҡтар серей башлағас уның менән бергә табанды ла киҫтереү ҡурҡынысы тыуа.
Тәмәке дегете — тәмәке төтөнөнөң бер компоненты. Тәмәке тартыусы ауыҙына төтөндө һурып, һулышын ҡулъяулыҡ аша сығарһа, аҡ туҡымала һоро тап ҡаласаҡ. Шул тәмәке дегете була ла инде. Яман шешкә килтереүсе матдәләрҙең күпселеге ошо дегеттә була. Асыҡланған яман шеш сиренең 90 проценты тәмәке тартыусылар өлөшөнә тура килә.
Тәмәкеләге зарарлы матдәләр нәҫел ҡалдырыуҙа насар йоғонто яһай, иммун системаһын зарарлай. Мышьяк менән сысҡандарҙы ағыулайҙар, ә кадмийҙы батареяларҙа ҡулланалар. Синил кислотаһы ҡанға һеңеп, күҙәнәктәрҙең ҡан менән таралған кислородты үҙләштереүен кәметә. Аммиак — ҡасандыр беҙҙең өләсәйҙәр тәҙрә йыуған матдә аңкау, теш ҡаҙнаһын ялҡынландыра, улар шешеүенә, сейләнеүенә килтерә. Формалинды мәйеттәрҙе тарҡалыуҙан һаҡлау өсөн ҡулланалар, ә тәмәкесене ул «тере мәйет»кә әйләндерә.
Тәмәке тартҡанда кешенең бөтә ағзалары ла зарарлана. Иң башта — тын юлы. Төтөн тамаҡ, боғарлаҡ (трахея) аша үтеп, үпкәгә килә. Юҡҡа ғына күптәр «тәмәкесе йүтәле» менән йонсомай. Йүтәлләгәндә ҡаҡырыҡтың ҡупмауы арҡаһында ҡандың кислород менән байытылыуы кәмей. Был үҙ сиратында үпкәнең төрлө йоғошло ауырыуҙарға, башлыса туберкулезға (100 кешенең 95-е) ҡаршы тороусанлығын кәметә.
Төтөндөң ағыулы матдәләре төкөрөктә тарҡала. Тимәк, төкөрөк йотолһа, ағыу ашҡаҙанға эләгә. һөҙөмтәлә тәмәкесенең аппетиты юғала, ашҡаҙан тирәһендә ауыртыуҙар барлыҡҡа килә. Тәмәкеселәрҙә ашҡаҙан язваһы тартмаусыларға ҡарағанда 12 тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә.
Тәмәке төтөнө менән тәмәкеселәр генә түгел, тартмаусылар ҙа һулай. Был пассив тәмәке тартыу тип атала. Тәмәкесенең ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре көнөнә 14 тәмәке тартҡандағы кеүек миҡдарҙа тәмәке төтөнө һулай. Тимәк, уларҙа ла тәмәкесегә янаған сирҙәр башланыу ҡурҡынысы бар.
Әгәр тәмәке тартаһығыҙ икән — ташларға бер ваҡытта ла һуң түгел. Тартыуҙы ташлағандан һуң бер йылдан инсульт ҡурҡынысы 2 тапҡырға, ә биш йылдан тартмаған кешенең кимәленә тиклем кәмей. Яман шештән үлеү ҡурҡынысы 2 тапҡырға кәмей.
Тәмәке тартыуығыҙҙы ташлап, һеҙ үҙегеҙгә генә түгел, һеҙҙе уратып алған яҡындарығыҙға ла һаулыҡ, ҡыуаныс һәм ғүмер өҫтәйәсәкһегеҙ!
Читайте нас