Сирең ҡайһы ай "бүләге"?

Кешенең теге йәки был сирҙән яфаланыуы уның ҡайһы айҙа тыуыуына бәйле. АҠШ-тағы Колумбия университеты ғалимдары шулай тип ышандыра. Белгестәр 1900–2000 йылдар аралығында тыуған 1,75 миллион ауырыуҙың сәләмәтлеген тикшергән. Һөҙөмтәлә 55 төрлө сирҙең кешенең ҡайһы айҙа тыуыуына бәйле булыуын асыҡлаған улар. Мәҫәлән, ғинуарҙа...

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешенең теге йәки был сирҙән яфаланыуы уның ҡайһы айҙа тыуыуына бәйле. АҠШ-тағы Колумбия университеты ғалимдары шулай тип ышандыра. Белгестәр 1900–2000 йылдар аралығында тыуған 1,75 миллион ауырыуҙың сәләмәтлеген тикшергән. Һөҙөмтәлә 55 төрлө сирҙең кешенең ҡайһы айҙа тыуыуына бәйле булыуын асыҡлаған улар.
Ғинуарҙа тыуыусыларға йөрәгенә иғтибарлы булыра кәрәк. Ҡандағы холестерин күләме менән тән ауырлығы ла һәр саҡ контрольдә булһын!
Февраль. Ҡыштың һуңғы айында тыуыусылар араһында бронхит менән үпкә яман шеше ауырыуҙарынан интегеүселәр күбрәк осрай. Шуға күрә тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәтегеҙ булһа, кисекмәҫтән ташларға кәрәк.
Март. Ғинуарҙа тыуыусылар кеүек үк мартта донъяға килеүселәр ҙә, нигеҙҙә, йөрәк, ҡан тамыры ауырыуҙарынан интегә.
Апрель. Йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Май. Иң сәләмәт кешеләр май айында тыуа икән. Тикшереү барышында ғалимдар был айга бәйле бер генә сир ҙә тапмаған.
Июнь. Был айҙа тыуыусыларҙың “иң йомшаҡ” урыны – һулыш юлдары. Улар араһында астма диагнозы ҡуйылыусылар ҙа күп осрай.
Июль. Ғалимдар июль айына ғына хас булған ауырыуларҙы ла тапмаған.
Август. Йәйҙең һуңғы айында тыуыусыларҙан күҙҙәргә иғтибарлы булыу һорала.
Сентябрь “емеш”ләренә күҙ һәм һулыш юлдары ауырыулары, астма, психик тайпылыштар ҡурҡынысы күберәк янай.
Октябрь. Был айҙа тыуыусыларҙан грипп осорона алдан әҙерләнеү һорала. Бынан тыш уларҙа үпкә, ашҡаҙан, күҙ ауырыулары асыҡланыу ихтималы ла ҙурыраҡ.
Ноябрҙә тыуған сабыйҙар араһында уҡыуҙа тиҫтерҙәренән артта ҡалусылар күбрәк осрай. Улар тонзиллит тигән тамаҡ ауыртыу, эсәк сирҙәре менән дә яҡшы таныш.
Декабрь. Был айҙа тыуыусылар араһында ла әллә ни билдәле сирҙәр юҡ.