Байрамығыҙ ҡотло булһын! Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотлай:

Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотлай:
Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был көн – беҙҙең табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәренә һәм бөтә медицина персоналына айырым рәхмәт белдереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Һеҙҙең эш ҡатмарлы һәм яуаплы, уға тулыһынса бирелеүҙе, ҙур көс, белем, түҙемлек, күңел йомартлылығы, миһырбанлыҡ, хатта йыш ҡына үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүҙе талап итә. Һеҙҙең хеҙмәт бик ауыр физик һәм эмоциональ көсөргәнеш менән бәйле. Айырыуса хәҙер, пандемияға ҡаршы көрәш осоронда, һеҙ көн һайын үҙ ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙы дауам итәһегеҙ, хәүефтең иң уртаһында булып, пациенттарығыҙ һаулығы өсөн көрәшәһегеҙ.
Һөнәри оҫталығығыҙ, батырлығығыҙ, түҙемлегегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғро хеҙмәт итеүегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Тормошоғоҙ бәхетле мәлдәр менән күберәк ҡыуандырһын һәм ябай булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һау­лыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас