Сәй һаулыҡҡа файҙалы, ҡан яңырыуына, тамырҙары нығыныуына, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә ярҙам итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.
Боланутты "ирҙәр сәйе" тип тә йөрөтәләр, сөнки енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простата ауырыуҙарын дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе билдәле.