Өфөлә тура эфирҙа яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡандар араһында фатир уйнатылды.
Супербүләк – бер бүлмәле фатир хужаһы – Өфөнән Тамара Александровна. Ул 28 майҙа ҡаланың 8-се ҡала дауаханаһында прививка эшләткән.
«Сәләмәт Өфө» акцияһында ҡатнашыусылар араһында 10 смартфон да уйнатылды. Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, акцияның сайтында 38 631 флаер теркәлгән.