Кейәү үләненең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында ла күптән билдәле. Эфир майҙарына бай булыуы сәбәпле, хуш еҫе һәм дауалау үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Уның составында шулай флавоноидтар, дубиль матдәләр, камедь, сайыр, олеанол, урсол, хина кислотаһы, сапониндар бар. Киҙеү, ашҡаҙан ауыртыу, бөйөр сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, быуындар һыҙлауы кеүек осраҡтарҙа килешә. Көслө һейҙек ҡыуыу сифатына эйә.