Күҙҙәр өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе даими рәүештә эшләргә кәңәш ителә.
Уңайлы итеп ултырып, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Устарығыҙ ҡайнарланғансы, ҡулдарығыҙҙы бер-береһенә ышҡығыҙ. Һуңынан күҙҙәрегеҙгә ҡуйығыҙ. Ошо рәүешле күҙҙәрегеҙ ял итәсәк, көсөргәнеш кәмейәсәк. Йыраҡҡа ҡарағыҙ һәм әкрен генә күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, ә һуңынан асығыҙ. Күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе тирә-яҡҡа, аҫҡа-өҫкә йөрөтөгөҙ. Һуңынан күҙҙәрегеҙҙе йомоп бер аҙ ултырығыҙ. Тиҙ-тиҙ генә әле бер, әле икенсе әйбергә ҡарағыҙ, йәиһә ҙур бер әйбергә ҡараған килеш күҙҙәрегеҙҙе уңға, һулға йөрөтөгө. Ул күреү һәләтендә тайпылыш булғанда, баш мейеһе менән күҙҙәр араһында бәйләнеш булдырырға ярҙам итә.