Оҙаҡ йәшәр өсөн нимә ашарға?

Иң беренсе урында - йомортҡа...

Иң беренсе урында - тауыҡ йомортҡаһы. Унда холестериндың күләме, бүҙәнәнекенә ҡарағанда, күпкә аҙыраҡ. Белгестәр был ризыҡты көн дә ашарға кәңәш итә.
Оҙон ғүмерлелек аҙыҡтары исемлегендә икенсе урында - тере бактерияға бай һөт продукттары. Улар эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта.
Өсөнсө урында - грек сәтләүеге. Тикшереүҙәр сәтләүектәге антиоксиданттар күҙәнәктәрҙе һаҡлауын күрһәткән.
Шулай уҡ был исемлеккә бал, имбирь, картуф, кәбеҫтә, куркума, үҫемлек майы, лимон һәм һуған ингән. Улар организмды нығытыусы һәм файҙалы сифаттарға эйә.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас