Артыҡ ашамаҫ өсөн иң ябай ысул – ашар алдынан бер стакан йылы һыу эсеп ҡуйыу. Әгәр ҙә организмығыҙҙы улай ҙа алдай алмаһағыҙ, былай итегеҙ:
Бөтә донъя сәләмәтлекте һаҡлау ойошмаһы эксперттары көнөнә 5-6 тапҡыр ашарға кәңәш итә. Әммә ашау араһында 4-5 сәғәт ваҡыт үтергә тейеш.
Ашар алдынан аҙ ғына татлы ризыҡ ашап ҡуйығыҙ. Татлы ризыҡ тигәс тә ҙур ләүеште уйлап ҡуймағыҙ, ул әҙерәк кенә тәбиғи мармелад, сәй ҡалағы бал да булырға мөмкин. Күп ярамай! Татлы ризыҡ ауыҙға килеп эләгеү менән, организм унан глюкоза һура башлай. Һәм өҫтәлгә килгәнсе, туйған кеүек булаһың да ҡуяһың.
Витаминдар һәм микроэлементтар етмәй башлаһа, запас яратыусы беҙҙең организм уларҙы эҙләй башлай. Тимәк, һеҙҙең һәр ваҡытта ашағығыҙ килеп торасаҡ. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн менюға төрлө ит, балыҡ, бөртөклөләр, йәшелсә, емеш-еләк индерергә кәрәк. Әгәр рационығыҙҙы төрләндерә алмайһығыҙ икән, витамин-минераль комплекстар эсегеҙ, тик алдан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Клетчатка күп булған аҙыҡ-түлек ашағыҙ Ашаған һайын рационда клетчатка булһа, тағы ла шәберәк. Клетчатка ашҡаҙанда күперә лә уны тултыра. Ашағндан һуң да бик оҙаҡ тамаҡ туҡ булып торор.
Аҙ ашап туҡ булыр өсөн ризыҡ әҙерләгәндә ваниль, бөтнөк, дәрсен, розмарин, фенхель һалығыҙ.
“Компания өсөн” тип ашамағыҙ Һеҙ киске ашты ашанығыҙ, әирегеҙ ҡайта ла, өҫтәл артында бергәләп ашарға саҡыра. Тик бер ҡағиҙәне онотмағыҙ: компания өсөн сәй генә эсергә була, имбирь менән булһа, бигерәк тә шәп. Ул аппетитны кәметә, матдәләр алманышын тиҙләтә, майҙарҙы тарата торған эфир майҙары ла бар.
“Ярты тәрилкә” ҡағиҙәһен һаҡлағыҙ Тәрилкәгеҙҙең яртыһында бешмәгән йәшелсәләр, яртыһында аҡһым продукттары, бешкән йәшелсәләр йә ярмалы ризыҡтар булһын.