Мең дә бер кәңәш

Был емеш ҡартлыҡтан һаҡлай

Был емеш ҡартлыҡтан һаҡлай
Ҡыҙыл ҡарағатта пектиндар күп, улар организмдан токсиндарҙы, шлактарҙы сығара һәм шешеү процесы үҫешен туҡтата, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән дауалай.
Билдәле табип-фито-терапевт Ю.К. Манжос ҡыҙыл ҡарағатты күп сирҙәрҙе дауалау өсөн ҡуллана. Был емештең һуты һәм унан яһалған башҡа эсемлектәр файҙалы матдәләргә бай. Уны шулай итеп яһарға була: 1 литр һыуға 300 г ҡыҙыл ҡарағат һалып, талғын утта йомшарғансы бешерергә, һутын һығып алырға һәм 90 г шәкәр өҫтәп, ҡайнау хәленә килгәнсе, утта тоторға. Һыуытырға һәм 2-3 аҙна буйы ашар алдынан 50 г эсергә.
Ҡыҙыл ҡарағатты үҫтереүе ауыр түгел, ул ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда ҡорораҡ урынды ярата. Яҙ һайын компост һәм ағас көлө менән ашлап торғанда, ул яҡшыраҡ уңыш бирә.
Ҡара ҡарағаттан айырмалы рәүештә, ҡыҙылына һыуҙы аҙыраҡ ҡойорға кәрәк, ул ҡоролоҡҡа бирешмәй һәм емештәре лә ҡойолмай. Дөрөҫ тәрбиәләгәндә (ҡырҡыу, ашлама индереү һ.б.) бер ҡыуаҡ 20 йылға тиклем емеш бирә. Ҡыҙыл ҡарағаттың бер генә ботағын ҡалдырып, ҡалғандарын ҡырҡып торорға ла була.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас