Бөтә яңылыҡтар

Кәйефең булмаһа... ҡояшҡа күрен

Кешегә күпме ҡояш нуры кәрәк?

Яҡтылыҡ ярҙамында беҙ күреү ағзалары аша үҙебеҙҙе уратып алған донъяны танып беләбеҙ. Тәүҙэ яҡтылыҡҡа нервылар системаһы тәьҫир итә, һуңынан уға күреү анализаторҙары, периферии нервылар системаһы ҡушыла. Яҡтылыҡ нурланышы аша эндокрин һәм иммунитет системаһы яйға һалына, матдәләр алышыныуы яҡшыра, организм кире тәьҫир итеүсе экологик факторҙарға бирешеп бармай.
Тәбиғи яҡтылыҡ етешмәүе, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау кеүек үк, һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә. Ҡояш нурҙары аҫтында йышыраҡ йөрөһәң, матдәләр алышыныуы, аш һеңдереү яҡшыра, организмда һөйәк системаһы, остеопороз, кариес, йөрәк һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен булдырмаусы D витамины барлыҡҡа килә.
Ҡояш энергияһы тәьҫире һөҙөмтәһендә күҙҙәр селтәрендә төрлө әйберҙәр сағылышы импульстарҙың химик энергияһына әүерелә, ә улар, үҙ сиратында, баш мейеһендә гипоталамусты әүҙемләштерә. Бынан тыш, яҡтылыҡ тәьҫирендә гипоталамус төрлө эндокрин биҙҙәренә импульстар ебәрә һәм организмда мөһим биологик әүҙем матдәләр: гистамин, серотонин һ.б. барлыҡҡа килә.
Организмға ҡояш яҡтылығы етешмәүе хәлһеҙлеккә, артыҡ ауырлыҡҡа, күңел төшөнкөлөгөнә, йоҡо насарайыуына, депрессияға килтереүе ихтимал. Яһалма яҡтылыҡты мейе хроник ҡараңғылыҡ итеп ҡабул итә һәм организм поляр тон ваҡытындағы кеүек шарттарҙа эшләүгә яраҡлаша. Шулай итеп, яҡтылыҡ дефициты синдромы барлыҡҡа килә. Һәр ваҡыт күләгәлә булһаң, бина эсендә тәҙрәләрҙе ҡаплап ҡуйһаң, был синдром көньяҡ киңлектәрендә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Кешегә күпме ҡояш нуры кәрәк? Ғалимдары D витамины етешмәүе тиҙ ҡартайыуға килтерә, тип иҫбатлай. Улар фекеренсә, D витамины дефициты һәр өсөнсө кешелә бар. Был витаминды "ҡояш витамины" тип йөрөтәләр, сөнки организм уның 90 процентын ҡояш тәьҫиренән ала. Шуға ла ҡояш аҫтында йышыраҡ булырға һәм D витаминына бай аҙыҡ-түлек ашарға (балыҡ, йомортҡа, һөт аҙыҡтары) тырышырға кәрәк.
Әгәр ҙә асыҡ һауала булғандан һуң тирегеҙ һиҙелерлек алһыуланһа, тимәк, организм 20000 ЕД D витаминына байыған. Тик нисек зыян килтермәҫлек итеп дөрөҫ ҡыҙынырға һуң? Тәүҙә ҡояшта 10 минут самаһы ғына ҡыҙынығыҙ һәм көн һайын был ваҡытты 1-2 минутҡа арттыра барығыҙ. Тап ошолай итеп ҡыҙынғанда ғына һаулыҡты нығытырға була. Ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ булыу тире яман шешенә килтереүе бар. Ҡайһы бер үләндәр һәм дарыуҙар тиренең ҡояшҡа тәьҫирлеген көсәйтеүен оноторға ярамай. Был исемлеккә һары мәтрүшкә, йөрәк ауырыуҙарынан дарыуҙар (кордарон), бөйөр өҫтө биҙе гормондары инә.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: