Тоҙһоҙ ашама, артыҡ та тоҙлама

Кемдер уны «аҡ үлем» тип атай һәм күп ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүендә ғәйепләй, кемдәрҙер, киреһенсә, тоҙ менән дауалана. Шулай булғас, тоҙ кеше организмы өсөн файҙалымы әллә зарарлымы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Кемдер уны «аҡ үлем» тип атай һәм күп ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүендә ғәйепләй, кемдәрҙер, киреһенсә, тоҙ менән дауалана. Шулай булғас, тоҙ кеше организмы өсөн файҙалымы, әллә зарарлымы? Был һорауға яуап биреү өсөн тоҙҙоң ҡайҙа һәм ни өсөн ҡулланылыуын асыҡлап ҡарайыҡ.
Тәғәйенләнеш пункты: организм
Тоҙ нигеҙҙә натрий һәм хлорҙан тора, улар кеше организмының бөтә биологик шыйыҡсаларында ла бар. Натрий иондары аминокислота һәм шәкәрҙең күҙәнәк эсенә үтеп инеүенә ярҙам итә. Натрий һәм хлор ашҡаҙан һутының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, бынан тыш, натрий һәм хлор иондары организмдың һелте балансын һаҡлауҙа ла мөһим роль уйнай. Тоҙ ҡан һәм башҡа туҡыма шыйыҡсалары составына инә, уның һыуҙағы иҙелмәһе медицинала киң ҡулланыла.
Әгәр ҙә рациондан тоҙҙо алып ташлаһаң, организмда шунда уҡ тоҙ балансы боҙола, мускулдар тартышыуы башлана, кеше тиҙ арый, һыуһай башлай, аппетиты юғала, сөнки хлорлы натрий дефициты мәлендә организм уны туҡымаларҙан һәм ҡандан ала.
Тәғәйенләнеш пункты: туҡланыу
Тоҙһоҙ аштың бөтөнләй тәме юҡ кеүек. Шулай ҙа диетологтар был тәмләткесте артыҡ ҡулланырға кәңәш итмәй. Улар фекеренсә, организмға тәүлегенә 6 грамм тоҙ етеүенә ҡарамаҫтан, кеше көнөнә уртаса 10-30 грамм тоҙ ашай. Тоҙло аш-һыу тәм рецепторҙарын ҡуҙғытып, асығыу тойғоһон барлыҡҡа килтереү һәләтенә лә эйә. Һөҙөмтәлә, артыҡ ашау һимереүгә килтерә, тимәк, таяныу-хәрәкәт аппаратына һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көс төшә. Ашты артыҡ тоҙлап ашау шешенеүгә, артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итеүе бар.
Тәғәйенләнеш пункты: бальнеотерапия
Тоҙ менән дауаланырға ла була тигәйнек. Бальнеотерапия (латин теленән «һыу инеү») йәки һыу менән дауаланыу тигән термин да бар. Тоҙ тиренең өҫкө ҡатламына үтеп инеп, эпидермисты артыҡ кибеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, табиптар тире ауырыуҙарынан ҡотолоу өсөн дә тоҙ ванналары тәҡдим итә. Тоҙ матдәләр алышыныуын да яҡшырта. Шуға ла ныҡ арығанда, стрестар мәлендә тоҙ ванналары инергә кәрәк.
Тәғәйенләнеш пункты: спелеотерапия
Ер шарында тоҙ (карст) мәмерйәләре бар, унда өҫкө тын юлдары сирҙәренең иң ауыр формалары юҡҡа сыға. Бындай мәмерйәләрҙең микроклиматы үҙенсәлекле, унда температура, барометрик баҫым үҙгәрмәй, дымлылыҡ түбән, ә мәмерйә һауаһындағы кире зарядлы иондар күберәк булғас, бактериялар бөтөнләй булмай. Быларҙың барыһы ла спелеотерапияның нигеҙенә ятҡан. Тоҙ мәмерйәләре хроник ҡурылдай сиренән дауаланыу өсөн файҙалы.
Тәғәйенләнеш пункты: таҙартыу
Тоҙ – тәбиғи таҙартыусы. Мәҫәлән, диңгеҙ һәм океандар даими рәүештә экологик бысраныуҙарға дусар булһа ла, тоҙло һыу ярҙамында улар тиҙерәк таҙарына. Бынан тыш, тоҙ бөтә негатив энергияны һурып алыусы энергетик адсорбент һанала. Был тоҙ структураһының үҙенсәлекле структураһына бәйле.
Әйткәндәй...
Баш ауыртыуынан һыуытылған тоҙ һалынған сепрәк ярҙам итер. Уны 10-15 минутҡа манлайығыҙға һалып, ятып тороғоҙ. Тән температураһына тиклем йылынғас, тоҙ уралған сепрәкте күҙҙәргә һалығыҙ һәм тағы ла 10 минут ятығыҙ.
Ангина, хроник бронхит, һалҡын тейеүҙән дә тоҙ ҡотҡарыр, тик температура булмаҫҡа тейеш. 1 килограмм тоҙҙо табала йылытығыҙ, уға 2-3 ҡалаҡ әсе борос йәки гәрсис өҫтәгеҙ. Ҡатнашманы тасҡа һалығыҙ, ойоҡтар кейегеҙ һәм тоҙ һыуынғансы аяҡтарҙы тығып ултырығыҙ.
Сығанаҡ: “Киске Өфө” гәзите.
Автор:Юлай Мурзабаев