Бөжәктәр тешләүенән халыҡ дауаһы

Ҡорт саҡҡанда, башҡа бөжәктәр тешләгәндә түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.

Бөжәктәр тешләүенән халыҡ дауаһыБөжәктәр тешләүенән халыҡ дауаһы
Бөжәктәр тешләүенән халыҡ дауаһы
  • Бал ҡорто саҡҡанда, бигерәк тә ауыҙ эсе йәки тел зыян күргәндә һеркә ярҙам итә. Бының өсөн һыуға бер аҙ һеркә тамыҙып, ауыҙҙы сайҡатырға. Ул ауыртыуҙы баҫа, шеште ҡайтара.
  • Күп бөжәктәрҙең ағыуын лимон нейтралләштерә. Серәкәй тешләгән урындарҙы ла лимон ҡабығы менән ышҡырға була.
  • Яранан ҡаяуҙы алғас, ул урынға һарымһаҡ һуты һөртөргә ярай. һарымһаҡты иҙеп, уны шул уҡ күләмдәге бал менән ҡушып болғатырға һәм тешләнгән урынға һалып, өҫтөнән бинт менән бәйләп ҡуйырға. Тәүлегенә ике тапҡыр алыштырырға.
  • Бал ҡорто саҡҡан урынға ҡаяуын алғас сей картуф һалырға була. Алоэ һуты ла ярҙам итә.
  • Тешләнгән урындарҙы водород перекисы менән эшкәртегеҙ.

  Серәкәй, бал ҡорто, һағыҙаҡ һәм иңкеш тешләгән урынға петрушка япрағы һалһаң ла файҙалы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас