

■ Йәшел сәй радиациянан һаҡлай, тигән фекергә килгән Ҡытай ғалимдары. Улар үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, көнөнә ике сыянаҡ йәшел сәй эсеү, бер әфлисун ашау компьютер экрандарынан таралған зарарлы нурҙарҙан һаҡлай. Йәшел сәйҙең япраҡтарында башҡа файҙалы элементтар менән бер рәттән, радиация тәьҫиренә ҡаршы торған матдәләр бар. Ә әфлисун яман шеште булдырмай, иммунитетты ла күтәрә.
■ Баҡтиһәң, һау-сәләмәт булыу өсөн кеше көнөнә 10 мең аҙым яһарға тейеш икән. Әммә бөгөн йышыраҡ ултырып эшләүсе кеше көнөнә уртаса 1000-дән алып 3000-гә тиклем аҙым эшләй, ә билдәләнгән нормаға етеү өсөн йәйәү 7 мең тирәһе аҙым яһарға кәрәк. Шуға ла табиптар өҫтәмә рәүештә йәйәү йөрөргә кәңәш итә. Организм яңы физик әүҙемлеккә яйлап күнекһен өсөн аҙымдар һанын ҡапыл арттырыу кәңәш ителмәй. Тәүҙә көнөнә 500 аҙым үтеүҙе маҡсат итеп ҡуйығыҙ һәм аҙымдарҙы көн һайын 500-гә арттыра барығыҙ. Ике аҙнанан көндәлек нормағыҙ 4 меңгә барып баҫасаҡ, ә 14 аҙнанан 10 мең аҙымды ла еңел генә атлаясаҡһығыҙ.
■ Бөтөн донъя яман шеш тикшеренеүҙәре фонды белгестәре фекеренсә, йәйәү йөрөү яман шеш сирҙәрен булдырмау өсөн дә файҙалы. Көн һайын 45 минут физик әүҙемлек тә күптәрҙе был сирҙән ҡотҡара алыр ине, тип иҫәпләй табиптар. Медицина статистикаһы күрһәтеүенсә, даими әүҙемлек онкологик сирҙәрҙе булдырмауҙа мөһим урынды биләй. Физик әүҙемлек матдәләр алышыныу һәм организмдың таҙарыныу процесын көсәйтә. Яман шештең күп төрҙәре менән тап физик күнекмәләр ярҙамында көрәшергә була, тип белдерә ғалимдар.
■ Көнөгөҙ уңышлы үтһен, тиһәгеҙ, һәр иртәне яҡшы кәйеф менән ҡаршылағыҙ, ти табиптар. Бигерәк тә музыка терапияһының көсөргәнешлелекте бөтөрөүе һәм һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итеүе билдәле. Шуға ла эшкә йыйынғанда яратҡан көйөгөҙҙө тыңлағыҙ. Шулай уҡ иртәнге аш ашап өйрәнегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Сөнки көн дауамында ҡабул ителгән аҙыҡтарҙың иң мөһиме – иртәнге аш. Иртән сәләмәт аҙыҡ ашау ҡандағы шәкәр кимәлен нормаға килтерә һәм организмға кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр бирә.