

Был көндәрҙә үләндәрҙең батшаһы әрем темаһы тағын көн ҡаҙағына эленде. Уның сәбәбе – ғәләм күләмендә әремде ер йөҙөн паникаға еткергән тажлы зәхмәтте еңеп булырлыҡ көсө барлығын иҫбатлауҙары. Әремдән короновирустан дауаланыу өсөн препарат сығара башлаясаҡтар тип кешеләрҙе өмөтләндереп яҙалар. Уның составында ябай кеше телен әйләндереп әйтә алмай торған артемизинин исемле матдә, уның производныйҙары (башҡортса был һүҙҙе белмәйем, ғәфү үтенәм) артесунат һәм артеметерҙарҙы кеше клеткаларында һынап ҡарауҙары нәтижәһендә әремдең тажлы зәхмәтте баҫтырырлыҡ көсө барлығын белгәндәр. Был тәжрибәләрҙе үткәреүҙә Европа ғәлимдәре ҡатнашҡандар. Уларҙы Копенгаген университеты докторы Макс Планка етәкләгән тип яҙалар. Макс Планка коллоидтар һәм интерфейстар( нимә аңлатҡанын эҙләп торманым) институты докторы. Эйе, был ғәлимдәр һисшикһеҙ маҡтауға лайыҡ эш башҡарғандар. Әрем нигеҙендә яһалған дарыуҙарҙы көтөргә ҡала.
Ә көтөргә кәрәк микән тип уйландым мин? Аллаһы Тәғәлә беҙгә әҙерләп биргән әремде лабораторияларҙа ботарлап, әллә ниндәй элементтерға бүлгеләгәнсе, йылдар буйы һынағансы, шунан инде айҙар буйы көтөп патент алғансы, бәлки шул идеальный хәләтендә ҡулланыу күпкә зарур булмаҫ микән? Йәки тәбиғәттә үҫкән әҙер көйөнсә. Инде әллә нисә йылдар буйына минем менән бер рәттән әремде үҙе лә, балалары ла ҡулланыусы Л. исемле ханым миңә өҫтәге мәғлүмәтте ватсап аша ебәрҙе лә, үҙе комментарий ҙа яҙҙы.
“Аллаға шөкөр, Зәүхиә апай, беҙ Американан алда икәнбеҙ. Коллоидлы инситуттың докторы булмаһаҡ та ҡәҙимге алдынғы кешеләрбеҙ икән әле.Дарыу яһап маташаһы юҡ, нечего маҡтанырға, Аллаһы Тәғәлә яһаған уларҙан алда миллион йылдар элек.”
Мин был һүҙҙәрҙе уҡығас рәхәтләнеп көлөп алдым. Ысынтылап та беҙ бит инде күптән эсәбеҙ. Әремдең файҙалы тарихы был йылдарҙа ғына башланмаған. Әремде бит беҙҙән меңәр, йөҙәр йылдар элек йәшәгән әбей – бабайҙар ҙа төрлө сирҙәрҙән дауа итеп ҡулланғандар. Матдәләргә айырып ултырмағандар, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйткәндәр ҙә, әйҙә инде шунан сирләһәләр төнәтеп эскәндәр, еҫкәп тын алышын әйбәтләткәндәр, үләненән май яһап яраларҙы дауалағандар, һыҙлаған ергә һөрткәндәр, киптереп стенаға бүлмәләрҙәге һауаны таҙартып торһон тип элгәндәр. Ә инде мунса япрағына ҡушып бәйләп рәхәтләнеп мунсала сабыныу үҙе бер спа процедура булған заманса әйтһәк. “И хворь выгонит, и тело молодит, и бодрость даст на неделю,”- тигәндәр. Өйгә насар уйлы кеше инһә, ишек башында эленеп торған әрем инде уның уйын таҙартҡан .Аяҡҡа уралһа ла тәнгә энергия биргән. Һепертке итеп бәйләп өйгә йыйылған насар энергияны бик әйбәтләп һепереп сығарғандар. Һәм тағын әллә күпме уның мөғжизәләре. Ниндәй хикмәтле һәм мөғжизәле үлән икәнен борон-борондан белгән үткен фекерле, зирәк зиһенле халыҡ.
- Представляете, Заухия апа, оказывается полынь первое средство от пневмонии и короновируса. Интересную информацию об этом читала в интернете.В Германии провели эксперимент. И признали полынь первым средством от этих болезней. Вот я тоже начала заваривать и пить, раз они пьют. А Вы случайно не пьёте? - Таныштарыма барғас, ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ был мәғлүмәтте миңә яҡынса ошондай форматта һөйләп ишеттерҙе. Немец халҡын һәр нимәгә бик скурпулезно ҡараусы, тикшермәйенсә бер нимә лә ҡулланмаусы милләт тип уйлап хәл иткән. Немец хәтлем немец раҫлағас, эсергә ярай тип вердикт үҙенә сығарған дә эсә башлаған.
- Зәүхиә апайың ул әрем тип минем башты күптән ҡатыра инде. Мин әрем менән генә дауаланам.Ней хәтлем кире булһа ла ирем дә ышанды. Ул да ковид эләктерҙе. Өс көн темпертаураһын төшөрә алманыҡ. Услап дарыу эсте. Хәле хөртәя башлағас, үҙем әллә ҡурҡышымдан көсләп тигәндәй әрем эсерттем. Төнө буйы шыпыр тиргә төшөп, иртәнсәккә темп. төшөп, ҡәҙимге һау кеше булып килеп торҙо.Өйҙәге әремде эшенә алып барып, профилактика өсөн бөтөн бүлегенә эсертеп йөрөнө короновирус ныҡлы ҡоторған ваҡытта. Хәҙер әҙ генә сирләү билгеләре булыуға үҙе төнәтеп эсә,”- тине танышым.
Ә мин инде әремдең файҙалы көсөн баласаҡтан уҡ белеп үҫтем. Йәй көнө йәйҙең ҡыҙыу көндәрендә мотлаҡ киҙеү башлана ине. Эс китеү, хәлһеҙлек.... Себен күп ине, шуға шулай булғандыр тип уйлайым ҡайһы бер ҙә. Өҫтәл янына ултырып ашау үҙе бер мажара һәм уларҙы дихлофос менән дә, ишеккә эленгән ҡоршауҙар менән дә еңеп булмай ине. Әнейем киҙеү башланыу менән әрем төнәтеп эсертә һәм “Левомецитин ошо була инде,”- тей ине. Уның ниндәй дарыу икәнен яҙып тормайым. Барығыҙ ҙа беләһегеҙ тип уйлайым.
Ошо урында һыйырҙар иҫкә төштө. Һыйырҙар август айы тирәһендә бер-ике аҙна әрем ашап алалар ине. Һөттәренән әрем тәме сыға башлаһа, әнейем “Эстәре ҡортлай башлаған, шуға улар үҙҙәрен дауалап алалар,”- тей ине. Иҫең китерлек, һыйыр малы ла әремгә Аллаһы Тәғәлә ниндәй тәғәйенләнеш биргәнен аңлаған!!! Уға лаборатория ла, коллоидлы һәм интерфейслы институт та кәрәк булмаған. Ғәжәйеп!!!
Мине әрем темаһына әйләнеп ҡайтырға бөгөн сит илдән килгән фәнни тикшереү хәбәре мәжбүр итһә, икенсенән был теманы күтәреп сығыуымдың хөрмәткә лайыҡлы сәбәбе бар - әрем сәскә ата. Һап – һары булып, тирә - яҡҡа хуш еҫен таратып, мин бында тип беҙҙе саҡыра. Әлбиттә, беҙҙә ямғыр яуманы, әрем дә юҡ тейеүселәр булыр. Тик яландарға, баҫыуҙарға, уйһыулыҡтарға сығып ҡармайынса был фекерҙе әйтә күрмәгеҙ. Мин бер атна элек тирәһе генә Ейәнсура районына – тыуған яғыма ҡайтып килдем. Ҡоролоҡ ныҡ көслө булған. Тау баштары һоп-һоро. Күп үлән үҫмәгән. Баҫыуҙар көйрәп ята. Йөрәгем әрнеп килдем. Тик нисә айҙар буйына бер тамсы ямғыр яумаған ерҙәрҙә лә әллә ҡайҙан күкһел төҫө менән балҡып “Мин бында!”- тигән һымаҡ әрем үҫеп ултыра. Сабып алырлыҡ урындар бар! Мин хайран ҡалдым. Бер үлән дә юҡ урыны менән, ә әрем бар!!!
Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын ярҙамһыҙ ҡалдырмай бер ваҡытта ла. Бер ус ҡына булһа ла әрем йыйып ҡуйырға онотмайыҡ, яҡташтар! Күберәк йыйһағыҙ, мохтажтарға таратырһығыҙ, изге ғәмәл ҡылырға сәбәп булыр. Ә үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙ һағында торорлоҡ әремдең өйөгөҙҙә булыуы ул һеҙгә ҡыуаныс һәм ышаныс бирер.
Зәүхиә Ҡәҙербәкова.