Мең дә бер кәңәш

Баш өйәнәге (мигрень) йонсот­һа, түбәндәге кә­ңәштәр ярҙам итер:

Мең дә бер кәңәшМең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

– баш ауыртыуы башланғас та, эҫе итеп сәй яһап алығыҙ, әммә уны эсергә ашыҡмағыҙ. Иң тәуҙә сәйегеҙгә балғалаҡ тығып йылы­тығыҙ һәм уны баштың ҡайһы яғы ау­ыртһа, шул яғтағы танау япрағына ҡуйып тороғоҙ. Балғалаҡ һыуынһа, тағы йылытып алығыҙ. Хәҙер балға­лаҡты ҡолаҡ йәберсәгенә ҡуйығыҙ. Ауыртыу үтһә, сәйҙе эсергә лә мөм­кин:

– 1 балғалаҡ алма һеркәһе һәм 1 балғалаҡ балды бергә бутарға һәм көн һайын ашарға кәрәк. Был дауа ла баш өйәнәгенән ҡотҡара;

– бер тигеҙ күләмдә алынған алма һеркәһе менән һыуҙы уңайлы һау­ытҡа ҡойоғоҙ һәм утҡа ултыртығыҙ. Ҡатнашма ҡайнап, быу күтәрелә ба­шлағас та, башығыҙҙы эйеп, 75 тапҡ­ыр быу менән тын алығыҙ. Ғәҙәттә, бынан һуң баш ауыртыуы тиҙ генә үтеп китә йәки бер аҙ баҫыла;

– башығыҙға массаж эшләгеҙ. Бар­маҡтар менән баш йыуғандағы кеүек хәрәкәттәр яһарға мөмкин. Шулай уҡ ағас тараҡ менән баш тиреһенә си­кәләрҙән маңлайға һәм елкәгә табан массаж яһарға була;

– ҡайһы бер ризыҡтарҙан баш тар­тыу ҙа хәлегеҙҙе еңеләйтергә булыш­лыҡ итәсәк. Зыянлы аҙыҡтар исемле­генә шоколад, ҡәһүә, какао инә. Улар составындағы матдәләр ҡан тамырҙа­рын тарайтыу һәләтенә эйә. Тарайған тамырҙар кире киңәйгән саҡта баш ауыртыуына килтерә лә инде;

– көндөҙгө яҡтылыҡ лампаларынан баш тартығыҙ. Күҙгә күренмәһә лә, уларҙың даими емелдәп тороуы мейе­не арыта һәм баш ауыртыуын булды­ра;

– арҡағыҙҙы гел төҙ тоторға тыры­шығыҙ. Башты аҫҡа эйеү, эйелеп йө­рөү мускулдар көсөргәнешенә кил­терә;

– төнөн юрған менән башығыҙҙы ҡаплап йоҡламағыҙ. Бының менән кислородты ябаһығыҙ һәм иртәнсәк баш ауыртыуы менән уянасаҡһығыҙ.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ГЕНӘ ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас