

Бал иммун системаһын нығыта, бөтә ағзаларҙың эшен нормалләштерә. Балда тәбиғи антибиотик бар, ул организмдағы микробтар менән көрәшә.
Балдың һәр төрө файҙалы, шулай ҙа һайлап алырға мөмкинлек булһа, витаминдарға иң байы – сәскә балы. Һыуыҡ тейгәндә, ангина, ҡурылдай (бронхит) ауырыуынан йүкә балы яҡшыраҡ. Йөрәк ауырыуҙарына ҡандала үләне (донник) балы, үт, һейҙек ҡыуыу өсөн күк сәскә (василек) балы яҡшы. Ҡарабойҙай балы организмға кәрәкле тимергә бай. Балдың кире тәьҫире юҡ, шулай ҙа көнөнә 2 балғалаҡ бал ашаһа, кешегә етә.
Ҡан тамырҙары насарайып, тәндең төрлө ерендә (ҡул, бармаҡтарҙа, аяҡта) бәләкәй ҡан тамырҙары шартлап, күгәреп торһа, 2 ай ошо төнәтмәне эсергә: 1-әр балғалаҡ меңьяпраҡ, юл үләне япрағы, кесерткәнде ҡушып, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтмәне көнө буйы эсеп бөтөргә. Үләндәрҙе пакеттарға һалынғандарын һатып алһағыҙ, 1-әр пакет үләнгә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ябып тоторға ла, 1 балғалаҡ бал өҫтәп, көнө буйы эсергә.
Был төнәтмә ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һала, хроник панкреатит менән сирләгән кешеләрҙең хәлен яҡшырта, эс күбеүҙе бөтөрә. Кукуруз ептәре, бәпембә тамыры – 1-әр ҡалаҡ, цикорий, меңьяпраҡ, шалфей 1-әр балғалаҡ алып, ярты литрлы һауытҡа һалып, ҡайнар һыу өҫтәп, ярты минут ҡына ҡайнатырға ла, 20 минут таҫтамалға урап тотҡас, һөҙөп алырға. Төнәтмәне өскә бүлеп, ашарға 15 минут ҡалғас, ете көн буйы эсергә. Оҡшаһа, бер аҙ ял иткәс, ҡабатларға. Был төнәтмәгә лә бал ҡушырға була, тик уны өҫтәгәндә төнәтмә 60 градусҡа тилем һыуынырға тейеш, юғиһә балдың составы боҙола. Был төнәтмә бауырҙы таҙарта, эсәктәрҙең эшен яйлай, аппетитты нормалләштерә, нервыларҙы тынысландыра. Был составта фитогормондар бар, улар организмды йәшәртә.
Организмды йәшәртеү өсөн тағы бер төнәтмә: 1/2 стакан миләш менән баланды иҙеп, өҫтөнә 0,5 л ҡайнар һыу өҫтәп, йылымыс хәлгә килгәс, 3 ҡалаҡ бал өҫтәп, көнө буйы эсеп бөтөрөргә.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.