Мең дә бер кәңәш

Күп төрлө ауырыуҙарҙан дауалай, организмға көс бирә, витаминдар менән тулыландыра.

Мең дә бер кәңәшМең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

Ата-бабаларыбыҙ яратып, киң ҡуллан­ған баланды кипте­реп йәки туңдырып ҡуйһағыҙ, яҙ­ын һеҙгә ауырып ки­теү ҡурҡынысы яна­май, сөнки балан организмға көс бирә, витаминдар менән тулыландыра, һалҡын тейгәндә балан төнәтмәһе йәки балан сәйе тән темпера­тураһын төшөрә, йүтәл, тамаҡ ауыртыуын бөтөрә. Тауыш ҡарлығып торғанда ла балан ярҙам итә.

Балан сәйе: 3-5 балғалаҡ баланға 3 стакандай ҡайнар һыу ҡойоп, ваҡыты-ваҡ­ыты менән иҙгеләп, емештәрҙе 3-4 сәғәт төнәтергә лә, һөҙөп алырға. Сәйҙе өскә бүлеп, көнөнә өс тапҡыр эсергә.

Балан төнәтмәһе: 1 стакан баланға 2 стакан һыу өҫтәп, 20-30 минут ҡайна­тырға ла, һыуына төшкәс, 1 стакан бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 7-8 тапҡыр 1-әр ҡалаҡлап йүнәлгәнсе эсергә.

Балан сәйе йөрәк ауырыуын да бөтөрә, сиҡан сыҡҡанда, экзема булғанда ярҙам итә, үтте ҡыуа, организмдан артыҡ һыу­ҙы сығара. Баланды бал менән 1:1 нисбәтендә болғап, ошо ҡатнашманы ашағандан һуң көнөнә 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ ауыҙға алып, һурып-һурып йотоп ебәрһәң, ҡан баҫымын төшөрә.

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары булғанда, баш ауыртҡанда: 20 грамм баланды иҙеп, өҫтөнә 250 грамм ҡайнар һыу һалып, 4 сәғәт төнәтеп һөҙөгөҙ. Көнөнә 2-3 тапҡ­ыр ашарҙан 15 минут алда 100 грамм эсергә.

Ашҡаҙанда, эсәктәрҙә ауыртыу булһа: 50 грамм баланды иҙеп, 2 стакан ҡайна­ған эҫе һыу менән ҡойоп, 40 минут тотҡ­ас һөҙөп, стакандың өстән бер өлөшө күләмендә аш алдынан эсергә.

Тир сығарыу һәм эс йомшартыу өсөн: 1 ҡалаҡ баланды эмаль һауытҡа һалып ҡайнаған бер стакан һыуҙы өҫтәп, ҡапҡ­ас менән ябырға ла, ҙурыраҡ һауытта ҡайнап ултырған һыуҙа 15 минут тотор­ға. Бүлмә температураһында 45 минут һыуытҡас, һөҙөп, өскә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә. Был төнәтмәне тәнде ны­ғытыу өсөн дә ҡулланалар.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас