

Лимон халыҡ медицинаһында киң ҡулланылған емештәрҙең береһе. Уның составының төп өлөшөн һыу һәм лимон кислотаһы алып тора. Бынан тыш, лимон организм өсөн кәрәкле витаминдарға, бигерәк тә С витаминына бай. С витамины матдәләр алмашыныуына йоғонто яһай һәм туҡымаларҙы туҡландырыуҙа ҡатнаша. Бынан тыш, лимонда A, Bl, В2, D һәм цитрус емештәрендә генә була торған цитрин (Р витамины) бар.
Төндә йоҡлай алмаһағыҙ: 1) 1 стакан лимон һутына 2 ҡалаҡ ҡарабойҙай балын ҡушып болғатҡандан һун, 2 ҡалаҡ ваҡланған грек сәтләүеге өҫтәргә. Ятыр алдынан 1 ҡалаҡ ашарға; 2) 1 лимондың тышын ҡырғыстан үткәреп, 2 ҡалаҡ бесәй үләне (валериан) тамыры, 3 ҡалаҡ аҡ сәскә өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойорға. 1 сәғәт төнәткәс, һөҙөп алырға. Иртән һәм кис ашағандан һуң ярты стакан эсергә.
Атеросклероз булғанда лимон һуты ҡушып яһалған төнәтмәләр бик файҙалы. Лимон һутындағы файҙалы матдәләр ҡан тамырҙарын таҙарта, холестерин тығындарын эретә. Бының өсөн 50 г салат менән 2 ҡыярҙы ваҡ итеп турарға. Лимондың һутын һығып алырға ла, йомшаҡ өлөшөн турарға. Килеп сыҡҡан турамаға лимон һуты өҫтәргә.
Ревматизм менән яфаланһағыҙ ҙа лимон менән дауаланығыҙ. Лимон кислотаһы һәм витаминдар ялҡынһыныуҙы булдырмай, организмды нығыта. Лимон ҡабығын спиртҡа һалып төнәтеп, тәнде ыуһаң, ауыртыу баҫыла.
Һалҡын теймәһен өсөн: лимонды 1 минутҡа ҡайнар һыуға тығып алығыҙ һәм тышы менән ит турағыстан үткәрегеҙ. Уға 100 г аҡ май, 1 -2 ҡалаҡ бал өҫтәгеҙ. Ғәҙәти май кеүек һаҡлайҙар һәм ҡулланалар. Лимонды өлөштәргә бүлеп, банкаға һалығыҙ һәм өҫтөнә шәкәр һибегеҙ. Һыуытҡыста 12 сәғәт тотҡандан һун, балаларға көнөнә 1 балғалаҡ бирергә.
Иммун системаһын нығытыу өсөн: 3 кг сөгөлдөр, 2 кг кишер, 2 кг гранат, 2 кг лимондың һутын һығып (лимондың төштәрен алырға, ә гранатты төштәре, тышы менән бергә үткәрергә), банкаға ҡойорға ла, 2 кг бал өҫтәргә. Эсемлекте көнөнә ике тапҡыр: 100 г тирәһе иртән һәм кис 1 ай дауамында эсергә.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.
Фото: proprikol.ru