Балан. Халыҡ дауаһы

Баландың бөтә өлөштәре лә дауа­лау үҙенсәлегенә эйә: ҡабығы, ваҡ ҡына ботаҡтары, сәскәләре һәм, хат­та, емештәренең ваҡ ҡына итеп иҙ­елгән һөйәктәре лә.

Балан. Халыҡ дауаһыБалан. Халыҡ дауаһы
Балан. Халыҡ дауаһы

Балан менән дау­алаған си­рҙәр бихисап. Медикаментоз дауалауға ауыр бирелеүсе бер нисә сирҙән рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Фибромиома, күремдең ауырттырып һәм күпләп килеүе. 1 стакан иҙелгән ҡабыҡҡа 0,5 литр араҡы ҡойоп 7 көн төнәтергә ҡуйырға. Балғалаҡлап 1/4 стакан һыу менән эсергә (көнөнә 2-3 тапҡыр, ашар алдынан).

Түллек кистаһы. Баландың һутын сәскә балы менән бутарға. 4 аҙна шундай схема менән ҡабул итергә: 1-се аҙнала иртәнсәк ас ҡарынға ҡалаҡ осонда ғына. 2-се аҙнала шулай уҡ иртәнсәк ас ҡарынға балғалаҡтың 1/3 өлөшө. 3-сө аҙнала - иртәнсәк һәм кискеһен берәр балғалаҡ. 4-се аҙ­нала - иртәнсәк һәм кискеһен берәр ҡалаҡ. 1 ай ял итергә. Артабан икенсе курс кәмеүгә табан бара, йәғни 1-се аҙнала - иртәнсәк һәм кискеһен берәр ҡалаҡ, 2-се аҙнала - иртәнсәк һәм кискеһ­ен берәр балғалаҡ. 3-сө аҙнала - иртәнсәк ас ҡа­рынға бер тапҡыр. Иң һуңынан - иртәнсәк ҡа­лаҡ осонда ғына ҡабул итергә.

Төрлө яман ауырыуҙар тупланышы. Тигеҙ күләмдә балан һуты менән балды бутарға. Көнөнә 3-4 тапҡыр 2-3 ҡалаҡ ҡабул итергә.

Һөт биҙе яман шеше. Яман шеш урынына яңы бешкән еләктәр иҙмәһенән сылатҡыс ябыу бик файҙалы.

Күҙ мөгөҙсәһенә төшкән аҡ. Тигеҙ күләмдә ба­лан һуты менән балды бутарға, мотлаҡ әҙерәк ҡайнатып алырға, стерилле флаконға ҡойорға. Йоҡлар алдынан күҙгә 1 тамсы тамыҙырға.

Аяҡ һәм ҡулдарҙың тирселлеге. 1 аш ҡалағы балан ҡабығын 1 стакан һыуыҡ һыуға һалырға, ҡайнатырға һәм һүрән утта 10 минут бешерергә. Кабыҡ бешкән һутты көнөнә бер нисә тапҡыр тирегә һөртөргә.

Үт ташы ауырыуы, бөйөрҙөң таш ауырыуы. Был сирҙәрҙе дауалауҙың үҙенсәлекле алымы бар: әгәр балан һөйәген йотһаң һәм быны дауам­лы рәүештә эшләһәң, үт һәм бәүел ҡыуығында, бөйөрҙә, үт юлында һәм бауырҙа булған ҡомда­рҙан, таштарҙан ҡотолорһоң. Көнөнә 10-15 һөйәк ашарға.

Хәүефле аборт (һәм шул ваҡытта тулғаҡ баш­ланһа). 3-4 киҫәк ваҡ итеп туралған ҡабыҡҡа стакан менән ҡайнар һыу ҡойорға, 15 минут төнәтергә, һарҡытырға һәм йотомлап көн дауа­мында эсергә.

Шулай ҙа балан һәр кемгә лә килешеп етмәй. Ҡабығынан яһалған препараттар ҡан ойошоусанлығы юғары булған, тромбоз йыш күҙә­телгән кешеләргә ярамай. Гипотония ваҡытын­да ла баланды әҙләп кенә ҡулланырға кәрәк, сөнки ҙур күләмдә ҡулланған осраҡта ул баҫым­ды төшөрә. Балан менән ашҡаҙандың сей яраһ­ын һәм гастриттарҙы дауалайҙар, ләкин ашҡаҙан һуты юғары кислоталы булған осраҡта уның зы­ян килтереүе ихтимал.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас