

Башҡортостанда аҙна йомғаҡтары буйынса коронавирус менән ауырыу буйынса яңы рекорд ҡуйылған. Үткән ете көндә Ковид-19 менән 2196 кеше ауырып киткән. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 74 сирлегә күберәк.
Шулай уҡ, ауырыусыларҙың көндәлек артымы буйынса ла реконд ҡуйылған: шәмбе көндө 318 кешелә коронавирус тапҡандар. Башҡортостан ауырыусыларҙың һаны үҫеү буйынса илдең ТОП-20 исемлегендә тора.
Бөтәһе пандемия ваҡытында республикала коронавирус менән 62880 кеше ауырып киткән, шуларҙың 1406-һы үлгән.
Хәл-торош еңеләймәүгә ҡарамаҫтан, төбәктә, бөтә Рәсәйҙә кеүек үк, йәмғиәт урындарында битлек режимын һаҡлауҙан башҡа сикләүҙәр юҡ, тиһәк тә хата булмаҫ. Әммә битлек режимын да күбеһенсә халыҡ үтәмәй.
Төркөмдәштәр, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығына битараф булмайыҡ!