

Өләсәйем инсульт кисергәс, түшәккә ятты. Ул осорҙа ҡайҙан хәҙерге кеүек противопролежневый матрастар. Бөтә хәжәте аҫтында булған өлкән кешенең күпме генә тәрбиәләп, ҡоро тотһаҡ та, хәрәкәтһеҙ булғас, тәне боҙола башланы. Аптеканан алған маздарҙың бер ниндәй ҙә файҙаһы һиҙелмәне. Шул саҡта бер гәзиттә гәзит уҡыусының үҙе һынаған ошо ябай ғына мазь тураһында яҙған мәҡәләһенә тап булдым. Уны әҙерләү, ысынлап та, үтә лә ябай булғас, өйҙә булған әйберҙәр генә талап ителгәс, уны шунда уҡ эшләргә булдым.
100 мл көнбағыш майына 1 грек сәтләүеге ҙурлығындағы балауыҙҙы һалып, балауыҙ иреп бөткәнсе ҡайнатаһың.
Мин 200 мл һыйҙырышлы эмаль көрөшкәгә яртылаш май ҡойоп, балауыҙҙы самалау өсөн йомарлап алып, һалып ҡайнаттым. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, ҡатнашманы балауыҙ иреп бөткәнсе болғап торҙом. Унан һыуытырға ҡуйҙым. Һыуынған ҡатнашма ысын мазь ҡуйылығында ине. Уны боҙолорға башлаған ергә көн дауамында бер нисә тапҡыр һөрттөм. Яралар ысынлап та тиҙ уңалды.
Бәлки кемгәлер был кәңәш ярҙам итһә, беҙ шат булыр инек.