Бөтә яңылыҡтар

Аш-һыу бүлмәһендә янып, үлемесле яралар алған

Был хәл 18 сентябрҙә Бишбүләк районында булған.

Аш-һыу бүлмәһендә янып, үлемесле яралар алған
Аш-һыу бүлмәһендә янып, үлемесле яралар алған

 

Бишбүләк ауылынан 80 йәшлек әбей аш-һыу бүлмәһендә, газ плитәһендә ашарға әҙерләгәндә фажиғәгә тарый. Ул тәүҙә алғы конфорканы тоҡандыра һәм плитәнең арт яғында торған кәстрүлдә алыр өсөн ынтыла. Шул арала кейеменә ут ҡаба, тормош иптәше ярҙамға килә, икәүләшеп утты һүндерә башлайҙар. Утта бешкән әбейҙе район дауаханаһына һалалар, һуңғары Өфөләге тән бешеүен дауалау үҙәгенә  алып баралар. Әбейҙе ҡотҡарып булмай, ул 27 сентябрҙә үлә.

Ут менән һаҡ булайыҡ!

Сығанаҡ: https://i-gazeta.com/

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: