Бөтә яңылыҡтар

Укроп орлоғо файҙаһы

Ул аш тәмләткес кенә түгел, күп сирҙәргә ҡаршы дауалау сараһы ла. Барыһы хаҡында - сайтта.

* Укроп орлоҡтарын бөйөр сирҙәренә ҡаршы профилактик сара итеп тә ҡулланалар. Бер аш ҡалағы төйөлгән орлоҡто бер стакан һыуҙа 10-15 минут ҡайнатырға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәһең.

* Укроп төнәтмәһе артериаль һәм күҙ эсендәге ҡан баҫымын кәметә
*Баш мейеһе ҡан тамырҙары атеросклерозынан, баш ауыртыуҙан, бөйөр һәм үттәге таштарҙы таҙартыуҙа булышлыҡ итә.
* Укроп орлоҡтарын бөйөр сирҙәренә ҡаршы профилактик сара итеп тә ҡулланалар. Бер аш ҡалағы төйөлгән орлоҡто бер стакан һыуҙа 10-15 минут ҡайнатырға. Көнөннә дүрт тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәһең.
* Стенокардиянан һаҡланыу өсөн бер сәй ҡалағы төйөлгән укроп орлоғон 300 мл ҡайнап сыҡҡан һыуҙа бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан ҡабул итәһең. Ике аш ҡалағы укроп орлоғон 400 мл ҡайнап сыҡҡан һыуҙа ярты сәғәт тотоп, цистит, бронхиаль астма өйәнәге ваҡытында көнөн ике-өс тапҡыр 100 мл эсәләр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: