Бөтә яңылыҡтар

ҺЫРҒАНАҠ. Халыҡ дауаһы

Һырғанаҡ (облепиха) емеше бик файҙалы. Ундағы С һәм Р витаминдары ҡан тамырҙарын нығыта, уларҙың һығылмалылығын күтәрә. А витамины эңерҙә күҙ күреү һәләтен яҡшырта.

ҺЫРҒАНАҠ. Халыҡ дауаһы
ҺЫРҒАНАҠ. Халыҡ дауаһы

Бынан тыш, һырғанаҡ тирене матурайта, йөрәк эшмәкәрлеген яйлай, ағыуланған организмды таҙарта.

15 микроэлементтан (тимер, магний, марганец, алюмин, кремний, бор, көкөрт һ.б) башҡа, уның составында тағы В1, В2, В9 (фолий кислотаһы) һәм К, Р витаминдары төркөмдәре бар. Һырғанаҡты йыш ашаған кешелә инфаркт, инсульт булмай, иммунитет күтәрелә. Ундағы Е витамины бала таба алмаған ҡатындарға файҙалы, ул шулай уҡ түлһеҙ ирҙәргә лә ярҙам итә.

Һырғанаҡ майлы емеш, шуға ла уны самаһын белеп ашарға кәрәк, көнөнә 1 ҡалаҡ етә. Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн япраҡтарын сәй итеп эсергә була. Япраҡтарынан эшләнгән төнәтмә быуындар ауырығанда ла файҙалы. Бының өсөн 1 ҡалаҡ ваҡланған япраҡты 1 стакан һыу менән 10 минут ҡайнатҡас, көнөнә ике тапҡыр ярты стаканлап эсергә.

Составында тимер булғанлыҡтан, һырғанаҡ емешен ашау аҙ ҡанлылыҡтан, хәл бөтөп киткәндә файҙалы. Япраҡтары, емеше менән бер рәттән, һырғанаҡтың ҡайырыһын да дарыу итеп ҡулланырға була. Ҡайырыһы яман шеш, япраҡтары быуындар ауырыуы, ревматизм булғанда ҡулланыла, һырғанаҡ майы бешкән тирене дауалай, оҙаҡ ауырып ятҡан кешеләрҙең янбаш тиреһе боҙолоп китһә, шулай уҡ һырғанаҡ майы ярҙамға килә.

Һырғанаҡтың емешен, һутын ашҡаҙан һуты түбән булғанда, бауыр күҙәнәктәрен яңыртыу, бауыр ағыуланыуын бөтөрөү өсөн ҡулланалар.

Һырғанаҡ майын ашҡаҙан һуты юғары һәм ашҡаҙандың сей яраһы булғанда, көнөнә 2 тапҡыр 1-әр ҡалаҡлап эсергә. Дауаны 10 көн дауам итһәң, сей яра йүнәлә. Был май бит тиреһенә һөртөү өсөн дә уңайлы. Тире майлы булһа ла, ҡоро булһа ла, был май файҙалы, сөнки уның составында каротин бар. Тырнаҡтар тиҙ һыныусан булғанда тырнаҡтарығыҙға һөртөгөҙ, шулай уҡ эскә лә ҡабул итегеҙ. Сәстәрҙе йыуыр алдынан 2 сәғәт алда баш тиреһенә һөртһәң, сәстәр матурлана.

Һырғанаҡ майын өйҙә лә эшләргә була: һутын һығып алғас, ҡалған массаны духовкала 60 градус йылылыҡта киптерергә лә, иҙергә. Был массанан ике тапҡыр күберәк рафинадланған көнбағыш майы ҡойоп болғатырға һәм 2 аҙна бүлмә температураһында тоторға. Унан шыйыҡсаһын ҡойоп алып, тотонорға, һауыт төбөндә ҡалғанын ташларға.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Фото: Яндекс. Картинки

Читайте нас: