Бөтә яңылыҡтар

Алма һеркәһе әҙерләү

Алма һеркәһе яҡшы антисептик, уның менән яраларҙы, ҡырҡылған урындарҙы эшкәртәләр. Ул артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтергә булышлыҡ итә, шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда алма һеркәһен эсергә тәҡдим ителә.

Алма һеркәһе әҙерләү
Алма һеркәһе әҙерләү

Алманы (бигерәк тә "Антоновка" сорты яҡшы) уртаһы менән бергә эре тешле ҡырғыстан үткәрегеҙ. Килеп сыҡҡан массаны (0,5 литр һыуға 400 грамм алма бутҡаһы иҫәбенән) банкаға һалығыҙ һәм ҡайнатып һыуытҡан һыу ҡойоғоҙ, һәр литр һыуға 100 грамм бал йәки шәкәр һәм 10 грамм сүпрә һалығыҙ. Сүпрә менән бергә 20 грамм ҡара икмәк һалырға ла була. Һауытты асыҡ ҡалдырабыҙ. 10 көн дауамында был һауытты 20-25 градус йылылыҡта, ҡараңғы урында тотоғоҙ һәм 2-3 тәүлеккә бер тапҡыр ағас ҡалаҡ менән болғатып тороғоҙ. Ун көн үткәс, банкалағы шыйыҡлыҡты марля аша һөҙөп, икенсе банкаға ҡойоғоҙ һәм әсетергә ҡуйығыҙ. Ошо стадияла 1 литр шыйыҡлыҡҡа 50 грамм шәкәр өҫтәргә кәрәк. Болғатмайынса ғына банканың ауыҙын марля менән ҡаплайбыҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ. Алма һеркәһе, ғәҙәттә, 40-60 көн эсендә өлгөрә, ул яйлап асыҡ төҫкә инәсәк һәм тәмләнәсәк. Уның асыҡ төҫкә ингән өлөшөн марля аша һөҙөп алырға һәм ҡуйы өлөшөн ташларға кәрәк буласаҡ. Был тәбиғи һеркәне һыуытҡыста һаҡлағыҙ, ул ни тиклем оҙағыраҡ һаҡлана, шул тиклем файҙалыраҡ була.

Алма һеркәһе яҡшы антисептик, уның менән яраларҙы, ҡырҡылған урындарҙы эшкәртәләр. Ул артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтергә булышлыҡ итә, шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда алма һеркәһен эсергә тәҡдим ителә. Бының өсөн көнөнә өс тапҡыр 1 стакан һыуға 2 балғалаҡ алма һеркәһе өҫтәп эсергә. Ангина ваҡытында 1:1 иҫәбенә һыу менән болғатып, һәр сәғәт һайын тамаҡты сайҡатырға.

Читайте нас: