Бөтә яңылыҡтар

Ковид-госпиталгә 39 сабый эләккән

Сабыйҙар араһында коронавирус инфекцияһы йоҡтороу осраҡтары йышайҙы.

 

Улар өсөн ковид-госпиталь 23 августа Өфөләге 17-се һанлы дауахана базаһында асылды. Госпиталь асылғандан бирле унда 39 бала дауаланған, иң йәше бында тыуғас та килеп эләккән.

Госпиталдә балалар ата-әсәләрһеҙ ята, улар сабыйҙарын тик веб-камера аша ғына күрә ала. Шулай уҡ табиптар менән аралашыу ҙа тик видеобәйләнеш аша бара.

 Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда бәлиғ булмағандарҙың 7680-е ковид менән ауырыған. Коронавирустың дүртенсе тулҡынында балаларҙың күпләп ауырыуы күҙәтелә. Балалар өсөн вакциналар әлегә юҡ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: