Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Яңы ғына һығылған картуф һуты ашҡаҙан һуты әселеген нормаға килтерә, шунда уҡ үҙәк көйөүен бөтөрә.

Мең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

Үҙәк көйөү

Яңы ғына һығылған картуф һуты ашҡаҙан һуты әселеген нормаға килтерә, шунда уҡ үҙәк көйөүен бөтөрә. Картуф һутын көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 50-шәр мг эсәләр. Мөмкинлек булһа, картуфтың төрлө сорттарын ҡулланығыҙ. Шулай уҡ ҡылыҡ үлән (аир) тамыры яҡшы ярҙам итә. 6-10 борсаҡ сәйнәү ҙә үҙәк көйәүенән ярҙам итә.

Быу ҙа дауа

Йүткереү, туберкулез, ангина, һыуыҡ тейеү, киҙеү, фарингитты дауалау өсөн түбәндәге ингаляцияны ҡулланығыҙ. 60 грамм прополис менән 40 грамм балауыҙҙы эмалле һауытҡа һалып, һыулы кәстрүлгә ҡуйығыҙ. Һыуҙы ҡайнау хәленә килтерергә кәрәк. Быу күтәрелә башлау менән 10-15 минут ингаляция эшләргә. Дауаланыуҙы иртән һәм кисен 10-15 көн дауам итергә.

Йәшел сәй

Борондан йәшел сәйҙе дизентерия һәм ҡорһаҡ тифын дауалау өсөн ҡулланғандар. Ҡаты итеп бешерелгән йәшел сәйҙе ашҡаҙан-эсәк трактына һәм баш мейеһенә ҡан һауыу ваҡытында, капиллярҙар шартлаған мәлдә лә файҙаланғандар. Был эсемлек бәүел ҡыуығында, бөйөрҙәрҙә, бауырҙа таш барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, шулай уҡ тиренең функцияларын әүҙемләштерә, тир бүленеп сығыуҙы көсәйтә, күҙәнәктәрҙе таҙарта. Әммә йәшел сәйҙең бөйөрҙәр аша шыйыҡлыҡ сығыуҙы тотҡарлауын да онотмағыҙ.

Йоҡлай алмаһағыҙ

1 ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға болғатып, йоҡлар алдынан 1-2 сәғәт алда эсһәгеҙ, тиҙерәк йоҡлап та китәсәкһегеҙ, йоҡоғоҙ ҙа туясаҡ. Бал эсәктәр эшмәкәрлегенә лә яҡшы йоғонто яһай. Йоҡлар алдынан ярты сәғәт алда майһыҙ ҡыҙҙырылған аҡ әнис (тмин) орлоҡтарын сәйнәгеҙ. Был тәмләткес йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланғанда ярҙам итә.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас: