Бөтә яңылыҡтар

Өйҙө насар газдарҙан нисек таҙартырға?

Өйҙәге һауала углекислый газ күләме күп булғанда хәлһеҙлек баҫа, йоҡо килә башлай.

Хәҙерге пластик тәҙрәләр өйҙәге йылыны ғына түгел, һаулыҡ өсөн зыянлы булған насар газдарҙы ла тотоп ҡала. Өйҙө бындай газдарҙан нисек таҙартырға һуң?

Кешенең һулыш алыуы бүлмәне әкренләп углекислый газ менән  тултыра. Заманса технологиялар буйынса яһалған пластик тәҙрәләр бик ныҡ  герметик итеп ябыла, һөҙөмтәлә өйҙәге һауа составы һаулыҡ өсөн зарарлыға әйләнергә мөмкин. Һауала  углекислый газ күләме күп булғанда хәлһеҙлек була, йоҡо килә.

Һалҡындар башланғас, кешеләр бүлмәләрен һирәк елләтә башлай һәм тәҙрәләрҙе лә аҙға ғына аса башлай. Белгестәр әйтеүенсә, өйҙәге һауа таҙарһын өсөн тәҙрәләрҙе өйҙәге температура төшкәнсе асыҡ килеш тоторға кәрәк.

Тәҙрәләрҙе 15 минутҡа асып ҡалдырығыҙ һәм бүлмәләге температураның 1-2 градусҡа төшкәнен күҙәтегеҙ, был бүлмәнең яҡшы елләтелгәнен аңлатҡан беренсе билдәһе.

Йортто ямғыр яуғанда йәки ямғырҙан һуң елләтеү иң яҡшыһы: был ваҡытта ямғыр һауалағы бысраҡ матдәләрҙе ергә төшөрә. Тап ошоға бәйле экологтар ямғыр яуғандан һуң тикшереү өсөн һауа пробалары алмай, сөнки ул таҙа була.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: