Бөтә яңылыҡтар

Ит, картуф һәм шоколад

Көҙөн-ҡышын ниндәй аҙыҡ-түлектәргә өҫтөнлөк бирергә? Ошо турала белгестәр фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ит, картуф һәм шоколад
Ит, картуф һәм шоколад

Диетологтар әйтеүенсә, файҙаһыҙ аҙыҡтарҙың булыуы мөмкин түгел, файҙаһыҙ күләм генә бар. Мәҫәлән, бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, шоколад күңел төшөнкөлөгөнән иң яҡшы сара булып тора. Ҡайһы берәүҙәр һимертә, тип, шоколадтан баш тарта. Көн һайын булмаһа ла, организм өсөн шоколад файҙалы, бары тик һөтлө шоколадтарға ҡарағанда, ҡара шоколадҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Төҫтәрҙең кеше тормошонда ҙур роль уйнауы тураһында бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Хатта аҙыҡ-түлек һайлағанда ла сағыу, мәҫәлән, ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары төҫлө йәшелсәләргә, емеш-еләктәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар рәтенә персик, ҡарбуз, нектарин, помидор, боростар инә. Улар организмда эндорфин бүленеп сығыуға йоғонто яһай.

Шулай уҡ сағыу төҫлө һауыт-һаба һатып алыу кәңәш ителә. Ә бына ҡара-ҡора төҫлөләрен төпкә йәшерергә кәрәк. Ғөмүмән, ҡыҙыл, һары, күк төҫлө һауыттар күңелде күтәрә. Сағыу төҫлө һауыт-һабаға ғына түгел, асыҡ төҫлө кейемдәргә лә өҫтөнлөк биреү яҡшы. Күтәренке кәйефтә булам, тиһәгеҙ, һоро-һары төҫтәге кейемдәрегеҙҙән ҡотолоғоҙ.

Ир-атҡа һыйыр ите ашарға тәҡдим ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға аҡ иткә, балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк биреү кәңәш ителә. Бешерелгән картуфтың файҙаһы тураһында ла онотмағыҙ. Картуф үҙе бер дәрт, ҡеүәт сығанағы булып тора. Кәнфиттәр урынына мармелад, киптерелгән емеш-еләктәр ҡулланыу отошло булыр.

Диетологтар баҙарҙан йәки кибеттән аҙыҡ-түлек һатып алғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәңәш итә.

Татлы булмаған төрҙәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, йәшел алма, әфлисун, киви, ҡайһы саҡта ананас та бара.

Үҙегеҙҙе персик, слива, ҡарбуз менән һыйларға онотмағыҙ. Пектин һәм күҙәнәктән тыш, уларҙа витаминдар күп. Ә бына банан, груша, виноградты тәм-том сифатында ғына ҡулланырға кәрәк. Медицина белгестәре әйтеүенсә, кеше көнөнә биш төрлө емеш-еләк ашарға тейеш. Экзотик емештәргә аҡса түкмәһәгеҙ ҙә була, уларҙы беҙҙең организм барыбер үҙләштерә алмай.

Йәшелсәләрҙе миҙгеленә, үҫкән урынына ҡарап һайлау мөһим. Витаминдар тамыраҙыҡтарҙа яҡшы һаҡлана, шуға күрә ҡышын кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ кеүек йәшелсәләрҙе даими ашарға кәрәк. Укроп, петрушка, салатты ла онотмағыҙ.

Беҙҙең көндәлек рационыбыҙҙа һөтлө аҙыҡ-түлектәр мотлаҡ булырға тейеш. Кешегә көнөнә ике-өс порция һөт аҙығы талап ителә. Йәғни, 200-250 грамм һөт, эремсек, ҡаймаҡ ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш. Белгестәр иҫәпләүенсә, тышында 0 процентлы тигән яҙыулы эремсектәр, ҡатыҡтар файҙаһыҙ, сөнки майҙа иреүсе А һәм Д витаминдары бындай аҙыҡта бөтөнләй үҙләштерелмәй. Шуға күрә 2-3 процентлыларында туҡталыу яҡшы булыр. Әгәр ҙә һөт яратмаһағыҙ, уны ҡатыҡ, сыр, менән алыштыра алаһығыҙ. Көнөнә бер стакан һөт эсеү ҙә беҙҙе ҡурҡыныс сирҙәрҙән һаҡлап ҡала. Мәҫәлән, йыуан эсәк сире үҫешен 1 стакан һөт эсеп кәметеп була.

1 процентлы йогурт һайлаусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Уларҙағы ҡуйыртҡыстар, тәмләткестәр, эмульгаторҙар майлы йогурттарға ҡарағанда күпкә зарарлы. Иң яҡшыһы 2,5 процентлы йогурттарҙа туҡталыу.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: