Бөтә яңылыҡтар

Хуш еҫ һатып алыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн генә

Көнкүрештә киң ҡулланылған һабын, кер йыуыу порошогы, шулай уҡ шампунь, душ өсөн гелдәрҙең составында булған матдәләр сәләмәтлеккә зыян килтереүе лә ихтимал.

Хуш еҫ һатып алыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн генә
Хуш еҫ һатып алыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн генә

Цитронеллол, линалоол, кумарин кеүек матдәләрҙе етештереүселәр һабынға һәм башҡа йыуыусы сараларға еҫ биреү өсөн ҡуллана. Мәҫәлән, рауза еҫе сығып торған шампунға - цитронеллол, ынйы сәскәһе еҫлеһенә - линалоол, яңы сабылған бесән еҫлеһенә кумарин өҫтәлә. Улар сәләмәтлеккә зыян килтермәһен өсөн, йыуыныу сараларын дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк, ти белгестәр. Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, уларҙы тәндән тиҙ генә йыуып төшөрөү мөһим. Шуға ла химиктар еҫһеҙ йыуыу сараларын ғына ҡулланырға тәҡдим итә, сөнки сараның һөҙөмтәлеләге уның еҫенә бәйле түгел. Был бары тик һатып алыусыларҙы йәлеп итеүсе ысулдарҙың береһе генә.

Читайте нас: