Бөтә яңылыҡтар

Тоҙ ултырһа. Халыҡ дауаһы

Быуындарығыҙға тоҙ ултырып интектерһә, түбәндәге кәңәштәрҙе файҙаланып ҡарағыҙ

Тоҙ ултырһа. Халыҡ дауаһы
Тоҙ ултырһа. Халыҡ дауаһы

❖ 2 йомортҡаны 100 грамм һеркә эссенцияһына һалырға. Йомортҡаларҙың тышы иреп бөткәс, шекәрәһен алып ташлап, йомортҡаны 30 грамм аҡ май менән болғатырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ауыртҡан быуындарға һөртөргә.

❖ Картуфты яҡшылап йыуырға һәм ҡабығы менән 3-5 мм ҡалынлығында киҫәктәргә турарға. Картуф ни тиклем бәләкәйерәк була, шул тиклем яҡшыраҡ. 1 килограмм картуфты 3 литр ҡайнап торған һыуға һалырға һәм бер сәғәт бешерергә. Һуңғараҡ әнис (укроп), петрушка, кинза, сельдерейҙы турап һалығыҙ һәм 10 көн дауамында ошо рәүешле әҙерләнгән аҙыҡты ғына ашағыҙ. 10 көндән һыҙланыуҙар баҫыласаҡ.

❖ Билгә һәм ҡулдарға тоҙ ултырһа, алма һеркәһе һеңдерелгән һәм төйөлгән ала миләүшә (лаванда) һибелгән йөн туҡыманы билгә һәм ҡул суҡтарына урап йоҡларға.

❖ Үксәгә тоҙ ултырһа, баҡыр тасты йылытып, өҫтөнә йөн туҡыма һалырға һәм тас һыуынғансы шунда баҫып торорға.

❖ 4 ҡалаҡ дөгөнө 8 сәғәт буйына 2 литр һыуға һалып ҡуйырға. Һуңынан йыуырға, 20 минут бешерергә. Ике стакан бешкән дөгө килеп сығасаҡ. Бер стакан дөгөнө көн дауамында ашап бөтөрөргә кәрәк.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас: