Емеш һуты файҙалымы?

Баланы бәләкәй саҡтан пакетлы һуттарға, емеш-еләк коктейлдәренә, смузиға, какаоға өйрәтеү дөрөҫ түгел, ти Британия ғалимдары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Емеш һуты файҙалымы?Емеш һуты файҙалымы?
Емеш һуты файҙалымы?

Бала саҡтан татлы һуттарға өйрәнгән кеше ҙурайғас та планеталағы иң файҙалы эсемлекте – ябай һыуҙы эсмәйәсәк. Был тештәр өсөн дә ҙур зыян килтерә.

Стоматолог Кэтрин Харили белдереүенсә, емеш-еләк һуттары һәм коктейлдәре, ғәҙәттә, үтә әскелтем була, уларҙа pH кимәле 2-нән 3-кә тиклем. Ә ауыҙ уртында әселек кимәле 5,5-тән түбәнерәк булған һайын, тештәр "кислота атакаһы"на дусар була.

Ата-әсәләр балаларҙың тештәре боҙолмаһын өсөн уларҙы артыҡ шоколад ашауҙан тыя, ә һуттарҙың хәүефе тураһында бер нәмә лә белмәй. Бында телевидениела барған рекламалар ҙа "ғәйепле", сөнки уларҙа һуттар сәләмәтлек өсөн файҙалы эсемлек булараҡ һүрәтләнә.

Һуттарҙың составында шәкәр күп, шуға ла күп күләмдә һут эсеү һөҙөмтәһендә һуңғы осорҙа балалар араһында диабет сиренә дусар булыусылар ҙа арта бара.

Фото: Яндекс. Дзен