БЫНЫ ҺӘР КЕМ БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ!

Хәҙер дарыу ҡулланмаған кеше бик һирәк. Әммә шул "төймәләрҙе" эскәндә нимә ашарға ярай, йәки ниндәй ризыҡтан баш тартып торорға? Мәҫәлән, антибиотиктар менән һөт һәм һөт аҙыҡтары килешмәй. Тағы ла...

Добавить в предпочтительные источники Google
БЫНЫ ҺӘР КЕМ БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ!БЫНЫ ҺӘР КЕМ БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ!
БЫНЫ ҺӘР КЕМ БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ!

Антибиотиктар – иң “конфликтлы” препараттар. Антибиотик ҡабул иткәндә, төймә булһынмы, инъекциямы – менюғыҙҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын алып торорға кәрәк. Улар дарыуҙың тәьҫирен кәметә. Шулай уҡ алкоголдән баш тартырға кәрәк булыр. Емеш-еләк  йәшелсә, йәшел тәмләткестәр ашарға кәрәк.

Антидепрессанттар эскәндә тоҙло кәбеҫтәнән, соя соусынан, һыйыр һәм тауыҡ бауырынан, кипкән балыҡ һәм иттән, йогурттан, инжир, йөҙөм ҡаймаҡ ашауҙан тыйылып тороғоҙ. Был һаналған ризыҡтарҙа тирамин бар. Ул антидеприсанттарҙың составындағы моноаминоксидаз матдәһе менән ҡушылһа, ҡан баҫымын күтәрә. Антидеприссант менән алкоголде, бигерәк тә ҡыҙыл виноны бөтөнләй ҡушырға ярамай!

Антикоагулянтты (ҡанды шыйығайтыусы препаратты) көртмәле, көрмәле һуты, морсы менән ҡушырға кәңәш ителмәй. Бындай осраҡта эстә ҡанһырау булыуы мөмкин.

Аспирин эскәндә цитруслылар һуттарынан баш тартығыҙ. Улар аспирин менән бергә ашҡаҙанды заралай. Шул уҡ ваҡытта, йәнәһе лә аспиринды һөт менән эсһәң, ашҡаҙанға зыян булмай, тигән ялған фекер йөрөй. Дарыуҙы һөт менән бөтөнләй эсергә ярамай – тәьҫирен юҡҡа сығарасаҡ.

Ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар эсһәгеҙ, ыҫланғанған аҙыҡ ашамай торорға кәңәш ителә. Дарыуыҙың тәьҫирен кәметә икән.

Гормональ дарыуҙар организмдың матдәләр алмашыуына тәьҫир итә. Шуға ла гормондар менән дауаланғанда һөт һәи һөт ризыҡтары, шулай уҡ күрәгә, балыҡ, йөҙөм, еләк һәм ҡабаҡ ашарға кәрәк.

Ә ҡанда тимер күләмен күтәреүсе дарыу эскәндә киреһенсә һөт ризыҡтарынан, сәтләүектән, тәм-томдан, сәй-ҡәһүәнән баш тартып тороғоҙ. Һанап үтелгән ризыҡтар тимерҙең организмда эшкәртелеүенә кире йоғонто яһай.

 

Автор:Альмира Аюпова