Республикала вакцинаның беренсе компонентын 1 миллион 700 мең самаһы кеше алған. 1 миллион 358 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ялдарға бәйле вакцина яһатыусылар бер ни тиклем кәмегән. Прививка ҡаҙатыусылар аҙ булған райондарҙа сирлеләр арта. Бишбүләк, Баҡалы, Туймазы, Федоровка һәм Йылайыр райондары ошо исемлеккә ҡарай. “Үткән аҙнала республикала ковид-госпиталдәрҙә урындар 1 меңгә ҡыҫҡартылған. Был ауырыуҙар һаны аҙайыу менән бәйле. Индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтә бирә, тине Максим Забелин.
Коронавирустан прививка яһатмаған кешеләр ҡаты сирләй. Тап ундайҙар араһында вафат булыусылар күп. Реанимацияла ятҡан һәм үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған пациенттарҙың иммунизация үтмәүе йәки ялған сертификат алыуы асыҡлана. Белгестәр әйтеүенсә, бары тик вакцина коллектив иммунитет булдырырға ярҙам итә.